Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
1 Апрель 2019, 14:04

Мөғжизә тыуҙырыусы

Уның ҡулдарында ҡурсаҡтар йәнләнә



“Хэнд-мейд” һүҙе беҙҙең телгә ныҡлы инә бара. Ул үҙ ҡулдарың менән эшләнгән ғәҙәти булмаған әйберҙәрҙе күҙ уңында тота.

Был стилдә ижади йүнәлештәр бик күп һәм уларҙың береһе – амигуруми. Амигуруми – энә йәки ырғаҡ ярҙамында бәләкәй уйынсыҡтар бәйләү буйынса япон сәнғәте. Кемдер өсөн ул ябай мауығыу булһа, икенселәргә көндәлек мәшғүллеккә әйләнә. Оло Ыҡтамаҡта йәшәгән Римма Ковина өсөн ул – күңеленә яҡын шөғөл. Бәләкәй генә уйынсыҡ йәнлектәр бәйләүгә тотоноп, ул хәҙер был шөғөлдән айырыла алмай. Ә ҡулына тәү тапҡыр ырғаҡ һәм еп алған мәлдән бер йыл ваҡыт үтеүгә ул ҡул эштәренең 2 йәшлек ҡыҙы Софияға ғына түгел, башҡаларға ла ҡыуаныс килтереүен аңлай. Әйтеүебеҙсә, тәүҙә ҡыҙы өсөн бәйләй, эшенең фотографиялары менән интернетта уртаҡлаша, артабан Америкала йәшәүсе бер танышы бер юлы туғыҙ уйынсыҡҡа заказ эшләй. Уны тормош иптәше Олег дәртләндереп тора.

Римма үҙе ҙур ғаиләлә үҫкән: апаһы, һеңлеһе һәм ҡустыһы бар. Мәктәптә уҡыған сағында сәнғәт менән шөғөлләнә: бейей, йырлай. Ә ҡул эштәре менән ғаиләлә өс ҡыҙ ҙа шөғөлләнә – уларҙы бәйләнергә оҫта әсәләре өйрәтә.

Өй мәшәҡәттәре, бала ҡарау менән бер юлы яратҡан шөғөлөңә нисек өлгөрәһең тигән һорауға, ул ҡул эштәре менән төндәрен, барыһы ла йоҡлаған ваҡытта, шөғөлләнеүен белдерҙе. Римманың әйтеүенсә, бер уйынсыҡты эшләүгә 3-10 көнләп китә.

Йомшаҡ уйынсыҡ ҡуяндар, айыу-ҙар, маймылдар һәм башҡа күп төр- лө уйынсыҡтар. Улар күңелле бала саҡҡа алып ҡайта. Һәр береһенең үҙ характеры бар һәм улар ниндәй кәйеф тыуҙырасағы Римманың кәйефенә бәйле. Оҫтаның әйтеүенсә, уға һәр ваҡыт яҡшы кешеләр тап була, шуға күрә уйынсыҡтары ла – шат, һөйкөмлө.