Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
15 Февраль 2019, 15:02

Уҡыусыларына – үрнәк, улдарына – терәк

Айҙар Фәтҡуллин спорт менән бала саҡтан дуҫ. Ул бәләкәйҙән саңғы ярыштарында мәктәп, район намыҫын яҡлай, иҫәпһеҙ-һанһыҙ маҡтау ҡағыҙ-ҙары, миҙал һәм кубоктары быны раҫлай.

Физик яҡтан ныҡлылыҡ һәм һәләт уға ата-бабаларынан бирелгән. Көслө рухлы, егәрле, талапсан ҡартатаһын бөгөн дә ҙур хөрмәт менән иҫкә ала Айҙар Мансур улы. Оло быуын вәкилдәре уның үҙен дә ҡартатайы Төхбәт олатайға оҡшаталар. Ул да, атаһы Мансур ағай ҙа көрәшсе даны алалар. Мансур ағай олоғайғансы һабантуйҙарҙа бил бирмәй, гел еңеүселәр рәтендә була.

Яҙмыш Айҙар Мансур улын спорттан айырмай йөрөтә – хәрби хеҙмәтте ул Венгрияла спорт ротаһында үтә, Кумертау педагогия училищеһында физкультура уҡытыусыһы һөнәренә эйә булып сыға һәм ситтән тороп юғары белем ала.

Хеҙмәт юлын Октябрьский ҡасабаһында физкультура уҡытыусыһы булып башлай. 2000 йылдан Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһында уҡыта. Бына инде 23 йыл Айҙар Мансур улы физкультура дәрестәре менән бер рәттән түңәрәктәр ҙә алып бара һәм балаларҙы, үҫмерҙәр- ҙе спорттың төрлө төрҙәренә, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтыра. Был бигерәк тә бөгөнгө көндә, балалар буш ваҡыттарының күп өлөшөн компьютер артында үткәргәндә, ҙур әһәмиәткә эйә.

Айҙар Мансур улы уҡыусыларын юғары һүҙҙәр менән түгел, ә үҙенең шәхсән өлгөһөндә тәрбиәләй. Үҙе гер һәм саңғы спорты буйынса зональ һәм республика ярыштарында даими рәүештә район намыҫын яҡлай. Ул, физкультура уҡытыусыһы сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалап ҡына ҡалмай, үҙе лә тәрбиәләнеүселәре өсөн өлгө булырға тейеш, тип иҫәпләй.

Талапсан һәм тәжрибәле педагогтың тырышлығы һөҙөмтә бирмәй ҡалмай, әлбиттә. Уҡыу-сылары район спартакиадаларында һәр ваҡыт призлы урындар яулай. Мәҫәлән, уҙған йылдың спорт йомғаҡтары буйынса Башҡорт гимназияһы беренсе урынға сыҡты. Күптән түгел тәрбиәләнеүселәре саңғы спорты буйынса район ярыштарынан еңеү яулап ҡайтты, мини-футбол буйынса зональ ярышта призер булдылар. Үҙенең һөнәри эшмәкәрлегендә Айҙар Фәтҡуллин шулай уҡ ГТО комплексын үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға баҫым яһай.

Айҙар Мансур улының хеҙмәте Башҡорт гимназияһы, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе етәкселегенең рәхмәт хаттары, БР Дәүләт спорт комитетының Почет грамотаһы, “БР мәғарифы алдынғыһы” билдәһе менән баһаланған. Ул физкультура уҡытыусылары араһында ике тапҡыр “Йыл уҡытыусыһы” район конкурсында еңеүсе булды.

Айҙар Мансур улы – ғаиләһе өсөн ышаныслы терәк, яҡлаусы һәм һаҡлаусы. Ҡатыны Зилиә Закирйән ҡыҙы менән матур донъя ҡорғандар. Улдары Айрат, Данир һәм Азаматты, туғанының улы Русланды үҙ өлгөләрендә тәртипле, аҡыллы итеп тәрбиәләгәндәр.