Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
15 Ғинуар 2019, 12:04

Сабыйҙарҙың тәүге докторы

Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы коллективы бер нисә белгес менән тулыланды. Уларҙың бер өлөшө – үҙебеҙҙең яҡташтар.

Педиатр Луиза Фәритйән ҡыҙы Дәүләтова кескәй пациенттарҙың сәләмәтлеген күҙәтә. Районыбыҙҙа ул июндән эшләй.

Ошо ваҡыт эсендә табип бихисап балаларҙы ҡабул иткән. Луиза Фәритйән ҡыҙының әйтеүенсә, ул кескәйҙәрҙең күҙгә күренеп һауығыуынан сикһеҙ шатлыҡ кисерә.

Кескәй саҡтан уҡ яуаплылыҡ тойғоһо кисергән ҡыҙ доктор булырға бик иртә ҡарар итә. 2001 йылда Оло Ыҡтамаҡ лицейын тамамлағандан һуң үҙ маҡсатына ышаныслы бара һәм Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Ә инде юғары уҡыу йортонда белем алғанда педиатрия йүнәлешен һайлай. 2008 йылда уны тамамлағандан һуң Оло Ыҡтамаҡ дауаханаһында интернатура үтә, һуңынан 2012 йылға тиклем ошо медицина учреждениеһында эшләй.

– Балаларға һөйөү миңә әсәйемдән, – ти Луиза Фәритйән ҡыҙы. – Ул балалар баҡсаһында тәрбиәсе булды. Эшләү осоронда мин балаларҙың иң рәхмәтле пациент икәнлеген аңланым. Хәҙер, 10 йылдан һуң, тәжрибәм етәрлек.

Тыуған ауылына эшкә ҡайтҡанына һис үкенмәй.

– Кешеләргә кәрәк булыуымды аңлау күңелгә рәхәтлек тойғоһо бирә, – ти доктор. – Мин эшемде теләп башҡарам, балаларҙы яратам, улар менән уртаҡ тел табыу оҡшай. Кәңәш һорап килгән пациенттарҙан һәм коллегаларҙан яҡшы һүҙҙәр ишетеү күңелле.

Тәжрибәле коллегалары Миндиямал Шараева, Рәфиҙә Хисамова, Филүс Ҡәнипов йәш табипҡа кәрәк ваҡытта ярҙам итеп ебәрәләр.

Үҙ һөнәрен Луиза Дәүләтова, башҡа табиптарҙыҡы кеүек, хөрмәтле һәм кәрәкле тип иҫәпләй. Сәләмәтлек нигеҙе кесе йәштән һалына, ул нигеҙҙең ныҡлығы табип-педиатрға: уның ваҡытында дөрөҫ диагноз ҡуйыуына, тейешенсә дауалауына бәйле.

Табиптарҙың етмәүе, патронажға йәки саҡырыу буйынса йыш ҡына урындарға сығыу кеүек ҡыйынлыҡтар йәш табиптың эшкә теләген һүндермәҫ, тип ышанабыҙ.
Белешмә:

Үҙәк район дауаханаһының балалар консультацияһында 17 хеҙмәткәр эшләй, уларҙың 4-е – табиптар, 1 – балалар стоматологы, 1 – психолог, 11 – урта медицина персоналы.