Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
14 Ғинуар 2019, 16:04

Дәүләт наградалары

Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Төрлө тармаҡ: сәнәғәт, төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, сау- ҙа һәм эшҡыуарлыҡ, дәүләт хеҙмәте, муниципаль идара, юстиция, финанс һәм социаль өлкә, һаулыҡ һаҡлау, фән һәм мәғариф, архив эше, физкультура һәм спорт предприятиелары, ойошмалары һәм учреждениеларының 60 хеҙмәткәренең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, исемдәр, почет грамоталары һәм рәхмәттәр менән билдәләнде.

Бүләкләнеүселәр араһында Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы Мәсетле район бүлеге суд приставы-башҡарыусыһы Ранис Феликс улы ӘМИРОВ та бар, уға Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы тапшырылды. Ҡотлайбыҙ!