Ә яҙыр өсөн һылтау бар, һылтауҙың да ниндәйе бит әле! Элекке “Райсельхозтехника” водителе Рәис Мофазалов 1986 йылда СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы миҙал менән, шулай уҡ бихисап почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән наградланған. Ул үҙенең әлеге предприятиелағы 32 йыл хеҙмәт стажы менән ғорурлана. Бында 1979-ҙан 2011 йылға тиклем эшләгән. Әлеге көнгә тиклем дә эшләр ине лә, тик предприятиены ябалар. Хәҙер Рәис Тәлғәт улына 60 йәш, пенсияла булыуына ҡарамаҫтан, ул хеҙмәтен дауам итә, водитель булып эшләй, ләкин инде Мәсетле районы буйынса район-ара мәшғүллек үҙәгендә.
Ауылдаштары был кешенең нимәгә тотонһа ла аҙағына еткерәсәген белә. Һөнәри бурыстарына ла ул шундай уҡ яуаплылыҡ менән ҡарай. Эшләү дәүерендә ул райондың транспорт селтәрен энәһенән ебенә тиклем өйрәнгән, һәр ауылдың һәр бер тыҡрығы, элекке колхоз-совхоз баҫыуҙары, эҙһеҙ юғалған малсылыҡ фермалары – барыһы ла таныш уға, ә иң мөһиме – ифрат күп кешеләрҙе белә ул, күптәре менән уны ныҡлы дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Киң күңеллелеген һәм ниндәйҙер үҙенә генә хас бер конфликтһыҙлығы – Рәис Мофазаловтың төп дәрәжәһе тип иҫәпләй уның дуҫтары һәм таныштары. “Телефон номеры” конкурсы өсөн һан – туғыҙ.
. Теләгән бер ҡатмарлы хәл-шарттан сығыу әмәлен табырға тырыша, сөнки хатта бик ауыр холоҡло кеше лә йылы мөнәсәбәткә яҡшылап яуап ҡайтара икәненә ышана.
Тағы ла бер нәмәне әйтеп үтеү урынлы булыр: уның бик шәп ғаиләһе бар.