Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
12 Ноябрь 2018, 12:01

Хужалыҡтың тотороҡло эшләүендә уның да өлөшө ҙур

Зоя Хисамова – райондағы иң тәжрибәле бухгалтерҙарҙың береһе. 38 йыллыҡ хеҙмәт эшмәкәрлеген ул ауыл хужалығына бағышлаған.

1979 йылда Йоматау ауыл хужалығы техникумында “Ауыл хужалығы производствоһында бухгалтерия иҫәбе” һөнәренә эйә булып сыҡҡас, Зоя Нәсибулла ҡыҙы тыуған Ишембай районының “Родина” колхозында баш бухгалтер урынбаҫары вазифаһында эш башлай. Артабан, кейәүгә сығып, беҙҙең районға күсеп килә һәм “БАССР-ың 50 йыллығы” колхозының материаль өҫтәл бухгалтеры булып эшен дауам итә. 1985 йылдан Фрунзе исемендәге колхозда эшләй. Бөгөн был хужалыҡ “Йондоҙ” йәмғиәте исемен йөрөтә.

Үҙенең вазифа бурыстарын Зоя Хисамова, ваҡытында инициатива күрһәтә белеп, профессиональ, фиҙаҡәр, инструкциянан ситләшмәй башҡара. Хужалыҡта финанс дисциплинаны тәьмин итеү буйынса эш менән грамоталы етәкселек итә. Ул бухгалтерия хеҙмәтен етәкләгән “Йондоҙ” хужалығы килемле эшләй. Бында бухгалтерлыҡ иҫәбе дөрөҫ яйға һалынғанға күрә хужалыҡтың хеҙмәт хаҡы буйынса һәм башҡалар алдында бурыстары юҡ.

Зоя Нәсибулла ҡыҙы уңған, талым-һыҙ, эшкә һәләте юғары, ауыр мәлдәрҙә хужалыҡта һәр төрлө ярҙам күрһәтә. Үҙен инициативалы, һәләтле белгес булараҡ танытты. Үҙ компетенцияһына ҡараған ауыр мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алырға әҙер.

Зоя Нәсибулла ҡыҙы – яҡшы әсәй ҙә. Улы Сыңғыҙ Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлап, тыуған ауылына агроном булып ҡайтты.

Белгестең тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте баһаланмай ҡалманы: Зоя Хисамова хужалыҡтың, район хакимиәтенең, Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрлығының маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ, уға Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәте иғлан ителде.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.