Фларида Мөхәмәт ҡыҙы бар ғүмерен ауыл хужалығына бағышлаған: бына 32 йыл инде башта Ленин исемендәге колхозда, шунан “Ленинский” ауыл хужалығы производство кооперативы итеп үҙгәртеп ҡоролған хужалыҡта сусҡа ҡараусы булып эшләй. Ә бөгөн ул, алмаштыр-ғыһыҙ хеҙмәткәр булып ҡалып, Мәсетле районындағы берҙән-бер сусҡасылыҡ фермаһында эшләүен дауам итә.
Үҙ хеҙмәт дәүерендә ул ҙур тәжрибә туплаған, был уға юғалтыуҙарһыҙ эшләргә мөмкинлек бирә. Яңы тыуған сусҡа балалары уның контроле аҫтында бик тиҙ ауырлыҡ йыя, һау-сәләмәттәр һәм тәрбиәлеләр. Эшендә яңы технологияларға таяна, инә һәм ата сусҡаларҙы ҡарау ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәй.
Коллективта Фларида Мөхәмәт ҡыҙы хаҡлы рәүештә ихтирам һәм абруй менән фай-ҙалана. Тыуған хужалығында малсылыҡты үҫтереүгә ул һиҙелерлек өлөш индергән.
Сусҡа ҡараусы бер нисә тапҡыр хужалыҡтың һәм Мәсетле районы хакимиәтенең почет грамоталары менән бүләкләнгән. Эшендәге юғары күрһәткестәре өсөн 2012 йылда Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булған.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.