Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
6 Ноябрь 2018, 12:00

Булмышы менән уҡытыусы

“Уҡытыусы” һүҙе ниндәй телдә генә әйтелһә лә, оло хөрмәт һәм ихтирамға сорналып яңғырай. Һәр кемебеҙҙең йөрәгендә ул ҡәҙерле, ғәзиз кешеләребеҙ рәтендә ҡуйыла. Уҡытыусы – Ватаныбыҙҙың киләсәген тәрбиәләгән, ил ғорурлығы һәм таянысы. Мәғариф системаһында ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, улар һәр саҡ үҙ эшенең оҫталары булып ҡала. Был һүҙҙәр РФ халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Мәсетле районы Әләгәҙ ауылы мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Сәйфетдиноваға тап килә.

Әлфиә Хәзимулла ҡыҙы тыумышы менән Дыуан районынан. 1976 йылда Бөрө педагогия институтын тамамлағас, йәш белгес Ҡалмаш ауылы мәктәбендә эш башлай. Унда өс йыл эшләгәндән һуң, Балаҡатай районы Айҙаҡай мәктәбендә балаларға белем бирә. 1980 йылдан бөгөнгәсә Әләгәҙ урта мәктәбендә уҡыта. Мөләйем, ихлас уҡытыусының дөйөм эш стажы 40 йылдан ашыу тәшкил итә. Шул йылдарҙа алтын миҙал алыусы 15 уҡыусыны әҙерләй. Уларҙың ирешкән уңыштары Әлфиә Хәзимулла ҡыҙына дәрт-көс өҫтәй.

Намыҫлы хеҙмәте өсөн Әлфиә Сәйфетдинова БР Мәғариф министрлығының, Рәсәй халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәренең республика профсоюз комитетының маҡтау ҡағыҙҙары, “РФ халыҡ мәғарифы алдынғыһы” билдәһе менән бүләкләнгән. Шулай уҡ район мәғариф бүлегенең, район хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙҙары мөғәллимәнең тырыш хеҙмәтен дәлилләй. Тәжрибәле педагог 2016 йылда рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының республика дистанцион олимпиадаһы призеры булыуға ирешкән. Үткән йылда “Иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыу-сыһы” республика конкурсында еңеү яулаған. Уның мәҡәләләре Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институты буклеттарында, төрлө мәғариф порталдарында донъя күрә.

Эрудиция, ижадилыҡ, оптимизм, һәләт, йөрәк йылыһы, аҡыл, сабырлыҡ, эскерһеҙлек, күңел матурлығы, бөтмәҫ энергия – быларҙың барыһы ла Әлфиә Хәзимулла ҡыҙы хаҡында. Уҡыу-сылары өсөн көсөн дә, ваҡытын да ҡыҙғанмай, бөтөн күңелен һәм йөрәген бирергә әҙер ул. Уҡыусылары И. Миңләхмәтова, И. Ғәләүева, Д. Байбус төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, призлы урындар яулай. Шулай уҡ уның тәрбиәләнеүселәре иншалар конкурсында, “Илһам шишмәләре” район конкурсында, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Әләгәҙ мәктәбе уҡыусылары шиғыр ятлаусылар бәйгеләренән, төрлө интернет конкурстарҙан ситтә ҡалмай.

Үҙ эшен ихлас башҡарған, заман менән бергә атлаған Әлфиә Хәзимулла ҡыҙының тырыш хеҙмәте күптәргә үрнәк булып тора.

Рәмзилә ИШТУҒАНОВА.

(“Әйлестан” гәзите).