Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
1 Ноябрь 2018, 16:00

Йыр керһен күңелгә...

Район үҙәгендә “Рябинушка” халыҡ ансамбле менән 37 йыл Валентина Михайловна Сизова етәкселек итә. Был һәләтле ханым бик оҫта автомобиль йөрөтә һәм йорт хужалығы алып бара. Уның ихатаһына инеп, таң ҡалаһың: ул ауыл өйҙәренән бөтөнләй айырыла, матур таштар менән һалынған. Бар булмышы менән тыуған ауылына ереккән был һоҡланғыс кешенең күңелендә ҡала менән ауыл үҙ-ара килешеп йәшәй.

Кескәй саҡта ауыл ҡарттарының үҙенсәлекле ерле һөйләшенә иғтибар итмәй тор-ғайным. Ә бына уникаль этно-музыкаль мөхит Валентина өсөн көндәлек тормошон тәшкил итә. Ололар күмәкләп ҙур эштәр башҡар-ғанда, “Потеряла я колецке, потеряла я любовь...” тип һуҙып ебәрһәләр, йөрәген өтөп ала.

Ерле халыҡтың боронғо йыр-ҙарына һөйөү Валентина Сизовала уҡытыусыһы Наталья Владимировна Елисееванан. Музыка белгесе дипломы менән тыуған ауылына әйләнеп ҡайта, мәктәпкә килә, йырлаусыларҙы хор коллективтарына туплай. Һуңыраҡ иң яҡшы башҡарыусыларҙан “Рябинушка” барлыҡҡа килә. Халыҡ рухында совет йырҙарынан башлайҙар. Шул ваҡытта Наталья Владимировна Устикин йырҙарын башҡарырға тәҡдим итә. Үҙе әсәһенән күп йырҙар отоп алған була, бер өлөшөн урындағы ҡарттарҙан яҙып алалар. “Рябинушка” төҙөлгән мәлдә башлап йөрөүсе йырсы апай-ҙар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер юҡ инде. Хәҙерге баш-ҡарыусылар ҙа йәш түгел, әммә уларҙың дәрте йылдар үткән һайын кәмемәй, ә арта ғына бара: улар ҡайһы мәл- дәрҙә Ҡыштым ҡалаһындағы Бажов халыҡ ижады фестивалендәге кеүек палаткаларҙа йоҡлап йөрөргә тура килһә лә, сәфәрҙәрҙән баш тарт- майҙар. Уларҙың үҙенсәлекле диалектта башҡарылған йыр-ҙары барыһын да хайран итә. Тағы ла боронғо көйҙәрҙе ысынбарлыҡта булғанынса башҡарыуҙары һоҡландыра. Улар тауыштарын йыр барышында боронғоса теҙә. Бер тауыш төп мотивты алып бара, икенсеһе терцияны эләктереп ала, ә өсөнсөһө юғары тауышты ала һәм вокаль партитураның биҙәге булып тора. Быларҙың барыһына ла боронғо йырлау манераһын ҡушығыҙ – шул ваҡытта һеҙ Силәбе ҡалаһында уҙған “Тыу-ған ауыл йырлай” халыҡ хор-ҙары һәм ансамблдәре Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсындағы (2 дәрәжә дипломы) һәм Балаҡатайҙағы Төбәк-ара рус йырҙары һәм таҡмаҡтары байрамындағы (Гран-при, 2011 йыл) жюри ағзаларының ни өсөн таң ҡалыуҙарын аңлар-һығыҙ. Жюри рәйесе, Һарытау консерваторияһы профессоры, халыҡ йырҙары белгесе Елена Сапогова бындай башҡарыуҙы ғүмерҙә лә ишеткәне булмауы тураһында белдерә.

Валентина Михайловнаның үҙ ауылының йыр мәҙәниәтенә һөйөүе һөҙөмтәләр бирә. Уның етәкселегендәге ансамбль президент грантына эйә була. Был ярҙам аҡсаһына “Оло Ыҡтамаҡ ауылы традициялары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре” видеоматериалдар йыйынтығы сығарыла, “Оло Ыҡтамаҡ ауылының рус халыҡ йырҙары” китабы нәшер ителә, халыҡ ижады диалект нес-кәлектәрен һаҡлаған диалект һүҙлеге донъя күрә.

2010 йылда Валентина Сизова Мәскәүҙә “Халыҡ ижады ынйылары” ижади проектын тәҡдим итте һәм Мәсетле районына Бөтә Союз күргәҙмә үҙәге алтын миҙалын алып ҡайтты.

Ошо барлыҡ ҡаҙаныштар хөрмәт һәм абруй килтереүҙән башҡа, төбәктең диалекттары, өндәре, интонациялары, ғөрөф-ғәҙәт үҙенсәлектәре менән этно-йыр мәҙәниәте киләһе быуындарға һаҡлана тигәнде аңлата.

Етәксенең уңыштары шуның менән генә тамамланмай: уның “Родничок” балалар ансамбле “Өлгөлө” исемен яҡлаған. Балалар сәхнәлә сентябрь һуңында үткәрелгән байрамды күрһәтте. Ололар уны “Топтать жобрей” тип атаған.

Жобрей – ул көҙҙөң һуңғы сәскәһе. Ул сәнскеле, насар. Ул ялҡау хужаларҙың баҡсаһында үҫә, имеш. Әгәр уны яңылыш мал ашаһа, ул атлай алмаған. Шуға күрә урыусылар ул үләнде бөтөрөргә тейеш булған. Уны йыр һәм бейеүҙәр менән күмәкләп билдәләгәндәр. Был үләнде иҙәнгә ташлап, бейеү ваҡытында уны тапағандар.

Валентина Михайловнаның әйтеүенсә, бындай ғөрөф-ғәҙәт башҡа яҡтарҙа юҡ. Бары тик ғәзиз Устикинебеҙҙә генә.

Наталья РУСИНОВА

әҙерләне.