Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
1 Ноябрь 2018, 19:01

Араларҙың алыҫлығын яҡынайтыусы

Хәҙерге заман донъяһында интернеттың, электрон почтаның үҫешеүенә ҡарамаҫтан, классик почта элеккесә талап ителгән булып ҡала. Кешеләр әүәлгесә хаттар яҙа, посылкалар ебәрә, гәзит һәм журналдар алдыра. Шуға күрә почтальон һөнәре – бөгөн дә районда иң кәрәклеләрҙең береһе.

Түбәнге Бобин ауылынан Нина Берсеневаның эш көнө почта бүлексәһенә корреспонденция килеүҙән башлана һәм һуңғы хат, квитанция йәки журнал почта йәшнигендә үҙ урынын алғас тамамлана.

Нина Берсенева почтальон булып һигеҙ йылдан ашыу хеҙмәт итә, уға тиклем мәҙәниәт өлкәһендә, китапханала эшләгән.

– Почтальондарҙың физик торошо яҡшы булырға тейеш, сөнки ҙур ара- ларҙы үтергә кәрәк, – ти ул. – Беҙҙең өсөн ямғыр ҙа, сатлама һыуыҡ та кәртә булырға тейеш түгел.

Корреспонденция таратырға кәрәкле өйҙәр бөтөн ауыл буйлап теҙелгән. Уның тотош эш көнө аяҡ өҫтө үтә. 2012 йылда Нина Берсеневаны эшендәге яҡшы күр-һәткестәре өсөн билдәләп, велосипед бүләк иткәс, ауылдаштарына өй беренсә йөрөп почта таратыуы күпкә еңелләшә. Шул саҡтан бирле ул ике тәгәрмәсле “аты” менән айырылмай.

Хәҙер гәзит-журналдарҙы элекке кеүек күпләп алдырмайҙар, әлбиттә. Әммә почтальондарҙың яңы функциялары барлыҡҡа килде: торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн квитанциялар таратыу, уларҙы түләү һәм башҡалар.

Түбәнге Бобин почтальонкаһы һәр ваҡыт яҡшы кәйефтә, йәштәр менән дә, олораҡтар менән дә уртаҡ тел таба белә. Ярҙамсыллығы һәм яуаплылығы өсөн ауылдаштары һәм коллегалары Нина Берсеневаны ихтирам итә.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.