Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
1 Ноябрь 2018, 18:00

Алсаҡ һәм изгелекле

Дифинә Ҡәйүмова – “Альфастрахование-ОМС” ЯСЙ-һы “Башҡортостан” филиалының икенсе кимәлдәге страховка вәкиле. Страховкалау өлкәһендә ул 2003 йылдан бирле эшләй.

Дифинә Фәһим ҡыҙы медицина страховкалау полистарын биреү менән генә сикләнмәй, ә дауалауҙы ойоштороуҙа ярҙам итә, пациенттарға һаулыҡ һаҡлау системаһы менән бәйле һорауҙар буйынса консультация бирә, бәхәсле хәлдәрҙе яйға һалыу буйынса эксперт булып тора.

Страховка медицинаһына ул инде 24 йыл шәфҡәт туташы булып эшләү тәжрибәһе менән килә. Тәкә ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң Өфө медицина училищеһының фельдшерҙар бүлегенә уҡырға инә. Уҡыу йылдарында активист була, парашют спорты менән шөғөлләнә. Уның иҫәбендә – 19 һикереү. Хеҙмәт юлын Борғатъя ауылында башлай. Ҡарман ГРЭС-ының медсанчасында, Ҡазан ҡалаһының 10-сы клиник дауаханаһында эшләгән.

Әсәһе ауырып киткәс, уға тыуған яҡтарына ҡайтырға тура килә.

– Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауа- ханаһында бала табыу йортона билдәләргә теләгәйнеләр, ләкин мин хирургияға ҡуйыуҙарын үтендем, сөнки Ҡазанда был йүнәлештең бөтә баҫҡыстарын да үттем. Унда мин хирургия бүлеге посынан операция сестраһына тиклем барып еттем, – тине ул. – Артабан ойоштороу-методик бүлексәһе фельдшеры, үҙәк район дауаханаһының баш шәфҡәт туташы булдым.

Ҡайҙа ғына эшләмәһен, Дифинә Фәһим ҡыҙы һәр ваҡыт профессионаллеге, эшкә намыҫлы мөнәсәбәте менән айырылып тора. Кешеләр менән аралашыуҙа ул асыҡ сырайлы, изгелекле.

Айгөл ШАРАПОВА.