Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
24 Октябрь 2018, 15:02

Йәш белгес эшләй ауылда

Үҙәк район дауаханаһында йәш табип-терапевт Алина Ғәлләмова былтырҙан башлап хеҙмәт итә. Эш стажы ҙур булмауына ҡарамаҫтан, ул үҙен яҡшы белгес итеп күрһәткән дә инде. Уның иҫәбендә ҡабул итеүҙәр һаны бихисап – теүәл генә әйтеү мөмкин түгел, әммә уларҙың һәр ҡайһыһы – уның өсөн үҙенә күрә бер тормош имтиханы.

Сирле һәр ваҡыт дауалаусы табибынан мөғжизә көтә, һәм табип, хатта өмөт булмаған осраҡтарҙа ла, пациентты уның буласағына ышандырырға тейеш. Алина Нәҡиф ҡыҙында был һәләт үҙенә бер төрлө: һүҙсәнлеге һәм хис- тойғолары менән түгел, ә пациент менән тыныс ҡына итеп ентекләп һөйләшеп, үҙенең бәхәсһеҙ ышаныслылығы менән ул һауығыуға өмөт уята.

Алина Ғәлләмова Тәкә ауылында тыуып үҫкән, ошо уҡ ауылда дүрт класс уҡыған, шунан туғыҙынсы класҡа тиклем Теләш ауылында белем алған. Ә бына унынсы һәм ун беренсе кластарҙы ул Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында тамамлаған.

– Гимназияға уҡырға кергәндә мин ғүмеремде медицинаға бағышларға теләгәнемә ныҡлы ышана инем. Шуға күрә медицина йүнәлешендәге класты һайланым, – ти табип-терпевт. – Гимназияны тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина университетына индем. Ете йыл бер мәлдәй үтеп тә китте. Дөрөҫөн әйткәндә, әле юғары кластарҙа уҡығанда минең гел ҡалала эшләгем килде, ни тиһәң дә унда мөмкинселектәр һәм перспективалар күберәк. Ләкин университетҡа уҡырға ингәс, ҡала тормошоноң минеке түгел икәнлеген аңланым. Ауыл ерендә мин үҙемде уңайлыраҡ тоям. Районда эшләү оҡшай, һәм бынан бер ҡайҙа ла китергә йыйынмайым. Беҙҙең дауаханала коллектив бик шәп, татыу йәшәйбеҙ, һәр ерҙә ҡатнашырға тырышабыҙ. Әйтергә кәрәк, ауыл докторы һөнәренең үҙ үҙенсәлеге бар: анализдарҙы, диагностик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен күрергә генә түгел, ә һәр пациентты яҡшы белергә кәрәк. Һәр кешене шәхес булараҡ ихтирам итеү мөһим. Ҡыйынлыҡтар ҙа килеп сыға, әлбиттә. Ҡай саҡ кешеләрҙең медицинаға бәйле һәр төрлө телетапшырыуҙар ҡарау менән мауығыуы йәки бөгөн һәр кемдең интернет ярҙамында үҙ-үҙенә диагноз ҡуйырға маташыуы ҡамасаулай, шуның менән нисектер эшләргә һәм төҙәтергә кәрәк, – ти Алина Ғәлләмова.

Диспансеризацияны айырым билдәләп үтергә кәрәк. Уны уҙғарыу – ауыл терапевының төп бурысы. Табип диспансеризацияны ҡулайлы ваҡытта әлегә үҙен һиҙҙермәгән йәшерен сирҙе асыҡларға, ваҡытында дауа тәғәйенләргә ярҙам итеүсе бик яҡшы проект тип иҫәпләй. Тик бына кешеләр, әлегә бер нәмә лә борсомаһа, тикшереү үтергә бөтөнләй ашыҡмай.

– Пациенттарға тәү сиратта шуны әйткем килә: үҙ-үҙеңде дауалау менән шөғөлләнмәгеҙ. Үҙеңә диагноз ҡуйыр- ға һәм саралар күрергә ярамай. Дауахана һәр кем өсөн, шуға күрә табипҡа ваҡытында мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бөтә эштәрҙе лә дүшәмбегә ҡалдырырға кәрәкмәй. Ә табип булырға хыялланыусы мәктәп уҡыусыларына сабырлыҡ һәм һөнәрҙе мөмкин тиклем тиҙерәк һайлауҙарын теләйем! Мәктәптә бөтә предметтарҙы ла уҡыу, һәр яҡлап үҫешеү һәм әлбиттә, медицина вузына уҡырға ингән ваҡытта рус теленән, әҙәбиәтенән, химиянан, биологиянан яҡшы белемдәр талап ителә, – тип тамамлай һүҙен Алина Нәҡиф ҡыҙы.

Адель ҒАФФАРОВА.