Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
15 Октябрь 2018, 18:00

Уҡытыусы ла, артист та…

Белем көнө Йонос мәктәбендә сәскәләр һәм музыканан торған оло байрам. Бына быйыл да Ринат Лотфуллин тулҡынландырғыс был мәлде шәп проигрыштары менән йәнләндереп ебәрҙе. Үҙе физкультурник, үҙе артист, тиҙәр уның хаҡында. Тәжрибәле уҡытыусы тырыш хеҙмәте, тәбиғи һәләттәре, ихласлығы менән коллегалары һәм ауылдаштарының ихтирамын яулаған.

Ринат Ғәзимулла улы ошо ауылда 1968 йылда тыуған. Ауыл мәктәбен, Күмертау физкультура техникумын тамамлаған. Армиянан ҡайтыу менән үҙе уҡыған мәктәптә ең һыҙғанып эш башлай. Ситтән тороп юғары белем ала.

Мәктәп йылдарынан уҡ әҙәбиәткә, сәнғәткә ғашиҡ. Бәләкәй сағынан матур йырлай, оҫта баянсы, һәр эште намыҫ менән башҡарырға өйрәнеп үҫкән.

Утыҙ йыл инде музыканан айырылмай, шул уҡ ваҡытта уҡыусыларында спортҡа ҡарата ла һөйөү тәрбиәләй. Эш башлағас уҡ та мәктәптә саңғы секцияһы аса, унда хатта башланғыс класс уҡыусыларын да йәлеп итә.

– Балаларҙа етеҙлек һәм һығылмалылыҡ, дуҫлыҡ һәм тоғролоҡ тойғоларын тәрбиәләү мөһим, – ти ул.

Ринат Лотфуллиндың тиҫтәләгән уҡыусылары район һәм зональ ярыштар призерҙары. Мәктәп уҡыусылары ҙур теләк менән баскетбол, волейбол, футбол, өҫтәл теннисы, бадминтон уйнай. Ә уҡыусыһы – күп һанлы кубоктарға эйә юғары белемле спорт мастеры Нияз Кәлимуллин менән ул хаҡлы рәүештә ғорурлана.

Ринат Ғәзимулла улы үҙе лә Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән республика физкультура уҡытыусылары конкурсында (2000 й.), башҡа райондар командалары менән ҡатнашҡанда бер үҙе лайыҡлы сығыш яһап, яңғыҙы яу ҡайтарған кеше.

Уның балаларҙы музыка донъяһына алып инә торған кабинеты синтезатор менән йыһазландырылған, баян һәм ике гитараһы бар. Йәш музыка һөйөүселәр был кабинетҡа репетицияға йүгерер өсөн оҙон тәнәфесте көтөп кенә тора. Концерт номерҙары менән улар, ауыл сәхнәһенә сығып, тамашасылар- ҙы матур йырҙары менән ҡыуандыра, мәктәптәге мәҙәни сараларҙа ла ҡатнашалар.

Уҡыусылар хатта үҙ вокаль ансамбл-дәрен төҙөгән, уның оҫталығы арт- ҡандан-арта бара. Йырҙарын улар тыу-ған ергә бағышлай, уларҙа үҙҙәренең һөйөүҙәрен һәм ғорурлыҡтарын белдерә. Тәжрибәле остаздары етәкселегендә улар үҙҙәре лә үҙҙәренә ҡарата тәнҡит менән ҡарарға өйрәнгән.

1988 йылда Ринат Лотфуллин “Афарин” инструменталь ансамблен ойошторҙо.Үҙе синтезаторҙа, баянда уйнаны, йырланы. 2002 йылда ансамблгә “халыҡ” исеме бирелде. Район күләмендә үткән күп сараларҙа уңышлы сығыш яһаны һәм уны гәзит биттәрендә маҡтап яҙҙылар.

Бөгөн ул уҡыусыларын өйрәтеп, улар менән байрамдарҙы биҙәйҙәр. Йыш ҡына үҙе “Күңелле старттар”, кросс кеүек һәм башҡа спорт саралары ойоштора.

Ун йыл дауамында профсоюз ойошмаһы ағзаһы булып, инде биш йыл уның рәйесе вазифаһында хеҙмәттәштәренең тормош-көнкүрештәрендә, ялдарын күңелле һәм файҙалы үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәтә.

Ныҡышмалы, уңышлы хеҙмәте өсөн Ринат Ғәзимулла улы Йонос ауыл биләмәһе хакимиәтенең, район мәғариф бүлегенең маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән һәм БР Мәғариф министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булған.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.