Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
20 Сентябрь 2018, 12:04

Бельск ғәскәри казактар йәмәғәт берләшмәһенә – 17 йыл

2001 йылдың 21 сентябрендә Казак формированиелары союзы сос-тавында йәмәғәт берләшмәһе бу- лараҡ Башҡортостан Республикаһының күп милләтле Бельск казактар ғәскәре ойошторола. Ул 1798 йылдың 10 апрелендә император Павел I Указы менән төҙөлгән Баш-ҡортостан казактар ғәскәренең тарихи традицияларын дауам итеүсе булып тора.

БР Бельск казактар ғәскәренең күп милләтле булыуына ҡарамаҫтан, уның йәшәп килеү дәүерендә милләт-ара мөнәсәбәттәр арҡаһында бер ниндәй ҙә аңлашылмаусанлыҡтар, милләт буйынса ҡыҫырыҡлауҙар күҙәтелмәгән.

Рәсәй Федерацияһының бер нисә төбәгендә хәрби хеҙмәт алып барыу өсөн казак хәрби частары, подразделениелары, сик буйы ғәскәрҙәрендә казак заставалары булдырылған. Казактар 15-тән ашыу казактар хәрби частарында, ҡарауыл караптарында, Һауа-десант ғәскәрҙәре частарында хеҙмәт итә. Армия командирҙары билдәләүенсә, был подразделениеларҙа “дедовщина” кеүек уставта ҡаралмаған мөнәсәбәттәр, дезертир-ҙар юҡ, хәрби әҙерлек һәм дисциплина кимәле юғары.

Казактар йәмғиәтенә үҙен казак тип тойған, казактар принцибы буйынса йәшәгән, күңеле һәм уй-ниәттәре менән үҙ халҡына хеҙмәт иткән балиғ йәштәге һәр кем инә ала.

Әгәр йәмғиәт хужалыҡ эштәре йәки башҡа төрлө эшмәкәрлек алып бара икән, эште еңеләйтеү, аныҡ бурыстарҙы үтәү өсөн тотош предприятиеларҙы, берләшмәләрҙе үҙ составына алырға мөмкин.

Юрис САФИУЛЛИН,

БР Бельск казактар берләшмәһенең Оло Ыҡтамаҡ

бүлеге начальнигы, казак ғәскәрҙәре старшинаһы.