Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
19 Сентябрь 2018, 16:00

Йөк бергәләп тартҡанда ғына еңел

“Донъялар үҙгәреп, колхоз-совхоздар тарҡалғас, илдә фермерлыҡ йүнәлеше киң ҡолас ала башлағас, күп уйлап тормай, яҙмышымды ер, ауыл хужалығы менән бәйләргә ҡарар иттем”, – ти Һөләймән ауылынан шәхси эшҡыуар Азат Ғарипов.

Уға, ауыл ерендә тыуып үҫкән кешегә, был тармаҡ ят түгел. Егет армияны йөрөп ҡайтҡас, Нуриманов исемендәге колхозда бензовоз водителе булып эш башлай.

2000 йылда хужалыҡ тарҡалғас, ул юғалып ҡалмай, үҙ эшен асырға йөрьәт итә. Башта игенселек менән шөғөлләнә, кишер, сөгөлдөр, 4-5-әр тонна картуф үҫтерә.

Ә 2012 йылда халыҡ һорауы буйынса Һөләймән, Һабанаҡ, Ҡотош, Ләмәҙтамаҡ ауылдарынан һөт йыя башлай. Был эш менән байтаҡ шөғөлләнгәнлектән, “һөт бизнесы”ның бөтә нескәлектәрен ентекләп өйрәнгән. Ул иртә таңдан “Газел”ендә ауыл халҡының һәүкәштәренең “ағын” йыйырға сыға. Был эш ике яҡ өсөн дә отошло, ауыл халҡы “тере аҡса” алып ҡыуана. Ҡулаҡса менән ваҡытында иҫәпләшкәс, хужабикәләр ҙә көтөп тора.

– Ауыл ерендә күп ғаиләләр һөт һатыуҙан ингән аҡсаға күҙ терәп йәшәй. Халыҡта ла, миндә лә ҡыҙыҡһыныу булғас, был продукцияны йыйыуҙа ҡыйынлыҡтар юҡ, – ти Азат Шәүкәт улы. – Миҙгелендә тоннанан ашыу һөт йыябыҙ. Ҡышын да туҡтамайбыҙ: ике-өс көнгә бер сығам. Һөттө әсетеп, кире алып ҡайтҡан юҡ. Бының өсөн хужабикәләргә рәхмәтлемен. Тимәк, улар һөттө дөрөҫ һаҡлай. Быйыл һөткә кинәт хаҡ төштө: 17-нән 13 һумға. Сентябрь урталарынан 14 һумға йыя башлайбыҙ.

Ҡатыны Альбина Алкин ҡыҙы – эшҡыуарҙың төп ярҙамсыһы. Ул 30 йыл-ға яҡын мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән. Ауылда башланғыс мәктәп кенә ҡалғас, ул да эшһеҙ ҡала. Бөгөн Альбина Алкин ҡыҙы иҫәп-хисап эшен алып бара. Эш етәрлек, сөнки бөтмөр ғаилә үҙ магазинын да асҡан.

Ғариповтарҙың татыу ғаиләһендә өс бала. Улдары Адик һәм Артур үҙ ғаиләләре менән Благовещенск һәм Өфө ҡалаларында йәшәй һәм эшләй. Ҡыҙҙары Аделина – Оло Аҡа дауаханаһында шәфҡәт туташы. Ул тормош иптәше Радик менән шулай уҡ үҙ эштәрен асҡан – магазин тоталар.

– Балаларыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Мәктәптә яҡшы уҡынылар, төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланылар. Аталары уларҙың өсөһөн дә шахматта, гитарала уйнарға, машина йөрөтөргә өйрәтте. Ҡыҙыбыҙ Аделина шахмат буйынса республика кимәлендә беренсе урын яуланы, – ти балалары тураһында Альбина Алкин ҡыҙы.

Эйе, йөктө бергә тартҡанда ғына еңел була. Ғариповтар ҙа ошо хаҡта онотмай, шуға ла улар тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, дәртләнеп донъя көтә.

Айгөл ШАРАПОВА.