Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
15 Август 2018, 12:11

Ауылының яҙмышы өсөн янып йәшәй

40 йылдан ашыу ғүмерен ауыл хужалығына бағышлаған Рәсүл Әбүбәкиров тыуған ауылын ярата, уның яҙмышы өсөн янып йәшәй.

Хеҙмәт юлын 1977 йылда Салауат Юлаев исемендәге колхозда төрлө эштәр башҡарыусы булып башлаған. Әрме хеҙмәтен үтеп, Дыуан техникумын тамамлағандан һуң төрлө йылдарҙа механик, бригадир, колхоз рәйесе урынбаҫары вазифаларын башҡарған. “Тайыш” йәмғиәте директоры була. 2010 йылдан үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығын ойоштороп ебәрә.

Өс йыл элек ауылдаштары уны староста итеп һайлай һәм һис тә яңылышмай, сөнки бер генә сара ла Рәсүл Илһам улынан башҡа үтмәй. Тыумыштан килгән холоҡ-фиғеленә һәм һәләтенә таянып, ауылының бар мәсьәләләрен хәл итеү өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй ул. Проблема, мәшәҡәттәре менән мөрәжәғәт иткән ауылдаштарына ихлас ярҙам итә.

Староста булараҡ, Рәсүл Әбүбәкиров ауылдаштары араһында йыйылыштар уҙғара, унда территорияны төҙөкләндереү мәсьәләләре ҡарала, яңы бурыс-тар ҡуйыла, кисектергеһеҙ хәл итеүҙе талап иткән көнүҙәк проблемалар тикшерелә. Былтыр ауылда үҙ-ара һөйләшеп зыяратты кәртәләгәндәр, мәсеткә нигеҙ һалғандар. Быйыл мәсеттең стеналарын күтәргәндәр, инде ҡыйығын эшләргә ҡалған. Шулай уҡ староста инициативаһы буйынса көтөүлекте кәртәләп алғандар, был ауыл кешеләренең хеҙмәтен күпкә еңелләштергән. Көҙгә ауылда юлдарҙы ремонтлау планлаштырыла. Ауыл халҡының һыу менән тәьмин ителеш буйынса проблемаһы юҡ.

– Халыҡ беҙҙә бик әүҙем. Өмәләргә һәм сараларға ихлас йөрөйҙәр. Бигерәк тә йәштәрҙең өйҙәр һалып, ауылда төпләнеүе, дөйөм эштәрҙә ҡатнашыуы ҡыуандыра. Ауылыбыҙ йылдан-йыл матурлана: өйҙәр һалына, ҡыйыҡтар, ҡоймалар яңыртыла. Хәҙерге ваҡытта аҡсаһыҙ бер нәмә лә эшләп булмай. Шуға күрә теге йәки был эштәргә йыш ҡына аҡса йыйырға тура килә. Бында ла ауылдаштар һынатмай. Шуның өсөн уларға ҙур рәхмәт белдерәм. Ундай кешеләр менән эшләүе лә еңел. Беҙгә шулай уҡ ауыл Советы ҙур ярҙам күрһәтә, – тип уртаҡлаша Рәсүл Илһам улы.

Тайыш ауылы старостаһы тураһында ауыл биләмәһе башлығы Рәүф Ниғмәтуллин яҡшы фекерҙә: “Рәсүл Илһам улы – бөтә башланғыстарҙа ла минең тәүге ярҙамсым. Ул бик инициативалы, яуаплы староста. Үҙенең эшмәкәрлегендә санитария торошо һәм төҙөкләндереү мәсьәләләренә күп иғтибар бүлә. Күп кенә сараларҙың бағыусыһы”.

Рәсүл Әбүбәкиров оҙаҡ йылдар ауыл, шулай уҡ район советтары депутаты була. Ышаныслы тылы булмаһа, ул әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә алмаған булыр ине. Ҡатыны, Йонос мәктәбенең биология һәм география уҡытыусыһы Фәрҙиә Мәғәфүр ҡыҙы, балалары уға ҙур ярҙам күрһәтә.

Ауыл старостаһы бөтә нәмәлә лә ауылдаштары өсөн үрнәк булырға тейеш. Рәсүл Илһам улы тап ана шундай. Уларҙың өйө лә, ихатаһы ла, баҡсалары ла таҙа һәм тәртиптә. Арыу-талыу белмәҫ староста бөтөн ергә лә өлгөрә, бар эш тә ҡулынан килә.

Районды үҫтереүгә һиҙелерлек өлөш индергәне һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Рәсүл Әбүбәкиров Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәгенең һәм район хакимиәтенең почет грамоталары менән бүләкләнгән, ә быйыл “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” район конкурсының “Иң яҡшы йәмәғәт үҙидаралығы вәкиле” номинацияһында еңеүсе булды.

Айгөл ШАРАПОВА.