Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
3 Август 2018, 12:07

Эш ҡыуаныс килтерә

Эшһөйәр, аралашырға яратҡан, шат күңелле, яуаплы, шаяртҡанды аңлаған – юл ремонт-төҙөлөш идаралығы автогрейдер машинисы Әлфир Бәҙғетдиновҡа шундай характеристика бирергә була.

1995 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылында урта һөнәри-техник училищены тамамлағас, ул “Октябрҙең 40 йыллығы” колхозында тракторсы булып эш башлай. Һуңынан армия сафтарына алына. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, колхозда эшен дауам итә. Мәсетле юл идаралығында һигеҙенсе йыл эшләй. Коллектив һәм эш уға оҡшай.

Уның эш көнө медицина хеҙмәткәренә күренеүҙән башлана, унда ҡан баҫымын үлсәйҙәр. Алкотестерҙа ла тикшерәләр. Һуңынан гаражда техникаһын ҡарай, уға бензин ҡоя. Автогрейдер машинисының артабанғы эше туранан-тура юлда дауам итә. Грейдер йөрөтөүсе һөнәре әлеге көндә талап ителә. Техниканы йөрөтөүҙән тыш та уның бурыстары бик күп: эксплуатациялау ҡағиҙәләрен үтәү, машинаны тәғәйенләнеше буйынса фай-ҙаланыу, техник хеҙмәтләндереү, деталдәрен ваҡытында майлау, етеш-һеҙлектәрҙе бөтөрөү, производство майҙансығында эске тәртип һәм хәүефһеҙлек техникаһы ҡағиҙәләрен үтәү. Грейдер ярайһы ҙур күләмле техника, шуға күрә авария хәлдәрен булдырмаҫ өсөн юл ҡағиҙәләрен аныҡ үтәргә кәрәк. Был һөнәрҙе үҙләштереү еңелдән түгел. Юлда ошо оло-ҡара ҡоролманы күрһәң, уның машинисына ҡарата ихтирам уяна, сөнки уға идара итеү аныҡ иҫәп, сослоҡ һәм башҡа оҫталыҡ талап итә. Был эш зарарлы производствоға ҡарай, сөнки гел генә майлау материалдары, юғары вибрация, көслө тауыш менән бәйләнгән. Физик яҡтан сыҙамлы, иғтибарлы, эмоциональ яҡтан тотороҡло, тиҙ генә иғтибарыңды бер нәмәнән икенсеһенә күсереү һәләтенә эйә булырға кәрәк.

Әлфир Бәҙғетдинов вазифаларын яҡшы үтәй. Уның атаһы ла тракторсы булған, шуғалыр, күрәһең, ул техниканы ярата.

Ҡатыны Гөлназ – башланғыс кластар уҡытыусыһы. Бергәләп биш бала тәрбиәләйҙәр. Олоһо Екатеринбург ҡалаһында медицина колледжында уҡый. Ҡалғандары мәктәп йәшендә. Ҙур хужалыҡ тоталар. Өйҙәрен ағас-тан үҙҙәре һалған. Һыйыр, тана, һарыҡ, тауыҡ, ҡаҙ, күркә аҫрайҙар. Йәшелсә баҡсалары ла ярайһы уҡ ҙур. Буш ваҡыттарында Әлфир техника ремонтларға, хоккей ҡарарға ярата, “Салауат Юлаев” һәм Рәсәй йыйылма хоккей командалары көйәрмәне.

Быйыл ул “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” конкурсының “Танылыу һәм ихтирам” номинацияһында еңеүсе булды.

Ғәлиә АБДРАФИҠОВА.