Ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәйрүзә Дусмөхәмәтова улар-ға экскурсия ойошторҙо. Ауыл халҡы “Башҡортостандың иң матур ауылы” республика конкурсында ҡатнаша. Ул торама пункт-тарҙа урындағы үҙидаралыҡты үҫтереү, халыҡты үҙ территорияларында урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашыуын әүҙемләштереү, ауыл ерендә йәшәү шарттарын яҡшыртыу һәм абруйын арттырыу, үҙ ватанына, ауылына һөйөү тәрбиәләү, ауылса йәшәү рәүешен популярлаштырыу, граждандар-ҙың ижади әүҙемлектәрен һәм башланғыстарын үҫтереү һәм уға ярҙам итеү маҡсатында уҙғарыла.
Хакимиәт башлығы Әнис Әсәҙуллин Һөләймән ауылына ҡарауы күңелле, кешеләргә бында йәшәүе лә күңелле, тип билдәләне. Кешеләр бында эш таба белә, ауылды төҙөкләндерә. Ул күп нәмә хакимиәт башлыҡтарына бәйле булыуына баҫым яһаны, улар халыҡ менән эшләргә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ветерандар советтары эштәрен күҙәтергә тейеш, тине. Районда туристик маршрут асыу планлаштырыла. Район хакимиәте башлығы фекеренсә, районыбыҙҙа халыҡ эшсән. Эшкә дәррәү тотонғанда күп кенә яҡшы нәмәләргә өлгәшеп була.
Бына әлеге ауыл кешеләре лә яҡшы ғәмәл ҡылырға булған. Ауылдың граждандар йыйылышында Мир-ҡорбан байрамы уҙғарырға хәл иткән. Ул бер нисә маҡсаттан сығып уйланылған. Беренсенән, трассанан ауылға боролған ерҙә йыш ҡына авариялар булып тора. Һуңғы ике йылда биш юл-транспорт ваҡиғаһы бул-ған. Икенсенән, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә. Өсөнсөнән, ауылды һәм уның халҡын күтәреү өсөн.
Сараны ойоштороусылар: ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәйрүзә Дусмөхәмәтова, уның ағзалары Гөлнәзирә Сафина, клуб мөдире Нурзидә Ханнанова, балалар баҡсаһы мөдире Фаягөл Зәйнетдинова һәм Рида Зәйнетдинова. Әйтергә кәрәк, ауыл кешеләре кемдең нисек хәленән килә, шулай ярҙам иткән. Сара өсөн аҡсаны Гөлнәзирә Сафина йыйған. Зәйнетдиновтар, Сафиндар ғаиләләре, Дилә һәм Илфат Ғөзәйеровтар, Наил Ҡадиров һәм башҡалар ҙур өлөш индергән. Бағыусыларҙың береһе – Әхмәҙулла Йомағужин. Шәхси эшҡыуар Зөфәр Зәйнетдиновтың ярҙамы бик ҙур булған. Барлығы 16000 һум самаһы йыйылған. Сумма – яҡынса, сөнки кешеләр әле һаман аҡса тапшырыуҙарын дауам итә. Ошо аҡсаның 11 меңе зыяратты тимер селтәр менән кәртәләүгә тотонолған.
Староста Фларит Зәйнетдинов: “Беҙ бай йәшәмәйбеҙ, ләкин ҡунаҡсылбыҙ. Беҙҙең алға китеш бар, сөнки барыһы ла эшләй, тырыша”, – тип ауылдаштарын маҡтап ҡуйҙы. Уның менән килешмәй булмай. Ауыл кешеләрен күҙәт-һәң, уларҙың аралашыусанлығын, дуҫтарса мөнәсәбәтен, асыҡлығын, изгелеклелеген билдәләргә мөмкин.
Мир-ҡорбанға имам-хәҙрәт Азамат Вәлиев саҡырылғайны. Ул аят уҡыны. Байрам дан булды. Ауыл кешеләре һәм ҡунаҡтар өсөн табын әҙерләнгәйне. Тәмле ашты Фәғилә Хафизова, уның ярҙамсылары Фая Кулиева һәм Гөлфиә Зарипова бешергән.
Мир-ҡорбан байрамының мө-һимлеген билдәләргә кәрәк. Һөләймәндәр кеүек әүҙем тотонғанда, байрам үткәреү генә түгел, ә “Иң матур ауыл” конкурсында ла еңергә мөмкин.