Мәсетле тормошо
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
18 Июль 2018, 17:51

Шәп хеҙмәткәр ҙә, яҡшы кеше лә

Баҫалҡы, эшсән, яуаплы – Рәшит Ғәзизовҡа (һүрәттә) хас һыҙаттар. Ул үҙ эшенә етди ҡарай, заданиеларын ваҡытында һәм сифатлы башҡара, һәр ваҡыт ипле, ихтирамлы, иғтибарлы. Эшләү дәүерендә үҙен иң яҡшы яҡтан күрһәткән.

1985 йылда Первоуральск ҡалаһында һөнәри техник училище тамамлаған. Өс тиҫтә йыл элек иретеп йәбештереүсе һөнәренә эйә булып, ул әле булһа уға тоғро. Эш стажы – 31 йыл. Училище тамамлағандан һуң Әй совхозының Абдулла ауылы бүлегендә иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Хәҙер инде алты йыл “Мәсетле һыу каналы” йәмғиәтендә хеҙмәт итә.

Рәшит Ғәзизов – үҙ эшен белгән ышаныслы кеше. Иретеп йәбештереүсе эше ярашлы белем генә түгел, ә таһыллыҡ, ҙур иғтибар, сабырлыҡ һәм физик сыҙамлылыҡ, хәүефһеҙлек техникаһын аныҡ үтәүҙе талап итә. Ул үҙ бурыстарын ғына түгел, ә слесарь эшен дә еңел башҡара. Кәрәк булғанда барыһын да эшләй: ҡоҙоҡҡа ла сума ала, авариялы хәлдәрҙә лә уға ышанырға мөмкин. Ул ремонт эштәренә лә йәлеп ителә, трактор-машиналар ремонтлағанда хәленән килгәнсә ярҙамлаша. Берәй нәмә бул- һа, унан ярҙам һорайҙар. Рәшит “юҡ” тип әйтә белмәй. Хеҙмәткәр булараҡ, “Мәсетле һыу каналы” директоры Илдус Фазлыев уның тураһында шундай фекерҙә.

Рәшиткә эше оҡшай. “Бында коллектив яҡшы. Эштә беҙ татыу. Минең дуҫтарым күп”, – ти ул.

Рәшит – өлгөлө ғаилә башлығы, ҡатыны менән ике ул тәрбиәләгәндәр. Олоһо Татарстанда нефть техникумы тамамлаған, хәҙер армияла. Кесеһе Баш-ҡорт гимназияһында 9-сы класты тамамлаған. Үҙҙәре йәшәгән өйҙө 1996 йылда Рәшит үҙе һалған. Хужалыҡ буйынса күп нәмәләрҙе ул үҙ ҡулдары менән эшләй. Буш ваҡытында ҡыҙыҡ-һынып футбол һәм хоккей ҡарай.

Яҡшы эшләгәне өсөн Рәшит йыл һайын грамоталар ала. Быйыл ул “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы-2017” конкурсының “ТКХ хеҙмәткәре” номинация- һында еңеүсе булды.

Белешмә: “Мәсетле һыу каналы” таҙартыу ҡорамалдарын һәм 6,5 км оҙонлоҡтағы канализация селтәрен хеҙмәтләндерә. Шулай уҡ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу, ваҡ төҙөлөш эштәре менән шөғөлләнә.


Ғәлиә АБДРАФИҠОВА.