Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
16 Июль 2018, 16:11

Медицинала–ғүмерлеккә

Ауыл ерендә табиптарҙың етешмәүе барыһына ла билдәле. Беҙҙең районда ла шундай уҡ хәл. Шуның өсөн Оло Ыҡтамаҡ район үҙәк дауаханаһына яңы табиптың килеүе тураһындағы яңылыҡ ҡыуандырҙы ғына. Йәш белгес анестезиолог-реаниматолог Рөстәм Камил улы Әхмәҙиев сығышы менән Малаяҙ ауылынан. Ул Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған.

– Биш-алты йәштәр тирәһендә үк табип булырымды белә инем,– тип һөйләй Рөстәм. –Минең ике туған апайым шәфҡәт туташы һөнәренә уҡыны, үҙенең эше тураһында һөйләй торғайны.

Йәш табиптың ата-әсәһе медицина өлкәһенән йыраҡ: атаһы – төрлө эштә йөрөгән эшсе, әсәһе – һатыусы.

Рөстәм мәктәптә үк медицина институтына уҡырға инергә әҙерләнә, уға химия, биология, тарих дәрестәре оҡшай. “Мин тарих менән ҡыҙыҡһынам, тарихи фильмдар ҡарарға яратам”,–ти ул. Мәктәпте тамамлағас, университетҡа уҡырға инә. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, уҡырға ла, эшләргә лә өлгөрә. “Уҡыған саҡта мин 1-се Республика наркология диспансерында медбрат булып эшләнем. –ти ул. – тәүге пациентым иҫерек ине”. Рөстәмдең әле биш йыллыҡ хеҙмәт стажы бар ҙа инде.

Ул буласаҡ кәләшен университетта осрата. Уның ҡатыны Ләйсән Хөсәйенова БДМУ-ны тамамлап килә. Ул буласаҡ педиатр.

Рөстәмдең хыялы – яҡшы табип булыу, кеше ғүмерен һаҡлау, пациент- тарҙы дауалау. “Бының өсөн белемле булырға кәрәк,– тип әйтә ул. – Филүс Зарифулла улы Ҡәниповты үҙемдең остазым тип иҫәпләйем. Бындағы дауаханала үҙ эшен белгән белгестәр эшләй. Коллектив яҡшы. Мин бында оҙаҡҡа ҡалырға уйлайым”.

Рөстәм Әхмәҙиев сәләмәт йәшәү рәүешен алып бара. Баскетбол, волейбол, футбол уйнарға ярата. Университетта белем алғанда факультеттың футбол буйынса йыйылма командаһында уйнай. Хәҙер уларға ваҡыты етмәһә лә, спорт яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынып бара. Медицина һөнәренә эйә бул-ған киногеройҙың ҡайһыһы нығыраҡ оҡшай тигән һорауға, ул: “ Миңә доктор Хаус оҡшай. Ул харизматик, аҡыллы, минең уйлауымса, тормошта ундай табип юҡтыр”.

“Минең һөнәрем бик яуаплы,–тип билдәләй Рөстәм. – Анестезиолог пациентты операцияға әҙерләй, наркоз ебәрә һәм йәшәү өсөн мөһим булған ағзалар функцияһын күҙәтә, операция барышында һәм операциянан һуңғы осорҙа пациентты хәүефһеҙлек менән тәьмин итә.

Анестезиолог булыр өсөн юғары медицина белеменә эйә булыу мөһим. Һуңынан анестезиолог-реаниматолог һөнәре буйынса ординатура үтергә кәрәк. Был ике һөнөр бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән. Операция ваҡытында йәки ғәҙәти тормошта көтөлмәгән ҡыйынлыҡтар килеп сыҡҡанда реаниматологтың ашығыс рәүештә ҡатнашлығы кәрәк. Эшем ауыр һәм яуаплы булыуына ҡарамаҫтан, табип һөнәрен һайлауыма үкенмәйем. Минең хыялым тормош-ҡа ашты һәм мин ғүмерем буйына медицина хеҙмәткәре булғым килә”.

Ғәлиә АБДРАФИҠОВА.