– Күҙҙең яуын алырлыҡ шундай әйберҙәр яһарға һеҙ ҡайҙа өйрәндегеҙ? – тип һорайым оҫтанан.
Ул һис тә арттырмайынса, нисек бар – шулай һөйләп бирә:
– Тәүҙә мин ауылдашымдың эштәре менән таныштым. Ул был эшкә Балаҡатай районында өйрәнгән. Шунан туҙҙан яһалған әйберҙәрҙе мин Оло Ыҡтамаҡ ауылында булған бер күргәҙмәлә күрҙем. Күҙҙе алырлыҡ түгел ине! Эштәр ҡуйылған өҫтәл эргәһендә мин бер сәғәт тиерлек баҫып торҙом, һәр бер изделиены ентекләп ҡараным. Шунан өйгә ҡайтҡас шунда уҡ интернеттан уның технологияһын өйрәнергә ултырҙым.
Минең тәүге эштәрем ҡапҡаслы туҙ һауыттар, ҡумталар булды, шунан, оҫтарып алғас, икмәк һауыты, сәйнүк, самауыр, стилле биҙәүестәр кеүек ҡатмарлыраҡ предметтарға күстем.
– Ҡайын туҙы ауыр материалмы?
– Ул бик шәп материал. Туҙ еңел һәм эшкәртеүгә килеүсән. Шулай ҙа уның менән эш итә белергә кәрәк. Уны еңел генә алынып торған һәм матур алтынһыу төҫтә булған сағында – май-июндә әҙерләйҙәр. Артабан уны кип-терәләр, шунан тигеҙ булмаған урындарын киҫеп алалар, мөмкин булғанса шымарталар.
Туҙ изделиелар әҙерләр өсөн иң элек түҙемлелек кәрәк. Ул күп ваҡытты һәм тырышлыҡты талап иткән эш. Туҙҙың һәр бер ҡатын йәбештерәләр һәм таҡталар һәм таштар менән баҫтырып ҡуйып киптерәләр. Шунан нимәлер өҫтәйҙәр йәки алып ташлайҙар, биҙәйҙәр һәм тағы пресс аҫтына һалып ҡуялар. Шулай ҡат-ҡат эшләйҙәр.
Кешеләр хәҙер бөтә тәбиғи булған нәмәләргә өҫтөнлөк бирә, – ти оҫта, – шуға күрә минең бүләк итеп биргән эштәремде ҙур рәхмәт әйтеп ҡабул итәләр. Заказдар ҙа күп. Кемгәлер икмәк һәм тоҙ һауыттары кәрәк, ә кемделер туҙҙан яһалған биҙәүестәр ҡыҙыҡһындыра.
Үҙенә Илгизә Лоҡманова туҙҙан күкрәксә һәм баш кейеме эшләп алған. Уларҙың барыһы ла – уның сығыш яһау өсөн сәхнә образы элементтары.
Ул ҡумыҙҙа уйнай. Эйе, эйе! Был героинябыҙҙың тағы ла бер шөғөлө. Бына ниндәй була талантлы кеше! Ул ҡумыҙҙа, гармунда уйнай, ә хеҙер думбыраны үҙләштерә. Әйткәндәй, музыкаға әүәҫлек уға әсәһе Фәниә Хәйҙәрованан бирелгән булһа кәрәк, сөнки ул хатта бик оло йәшендә лә урындағы ансамблдә сығыш яһай, мандолина менән гармунда уйнай торғайны.
Сығыштар яһау өсөн костюмын шпагаттан яһалған сабата тулыландыра – уларҙы ла Илгизә үҙе үргән.
– Барыһына ла ҡасан өлгөрәһегеҙ? – тип ғәжәпләнәм мин. – Унан бит, һеҙҙең эшегеҙ (Илгизә – китапханасы), ғаилә мәшәҡәттәре лә бар.
– Тағы ла йәшелсә һәм емеш-еләк баҡсалары, – тип йылмая Илгизә.
Лоҡмановтарҙың участкаһы ҙур.
– Күршем Нурания Ғилметдинова менән бергәләп еләк, йәшелсә, сәскәләр үҫтерәбеҙ. Ул биология уҡытыусыһы, баҡсасылыҡ серҙәре менән йомарт уртаҡлаша.
Илгизәне эшсән хужабикә, яратҡан ҡатын, хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй булараҡ беләләр. Ире Наил менән улар ике ул тәрбиәләп үҫтергән. Олоһо, Шамил, ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй, ә кесеһе, Рәмил, Смоленск ҡалаһында төпләнгән. Улдары ата-әсәләренә өс ейән һәм бер ейәнсәр бүләк иткән.
– Беҙҙең ғаилә ҙур, татыу. Ял көндәрендә йыш ҡына бергә йыйылабыҙ. Минең өсөн ғаилә – ул яңы көс сығанағы. Туғандарым да мине хуплап-йөпләп тора һәм яңы эштәргә илһамландыра.