Был өлкәлә эшләүселәрҙең хеҙмәте еңелдән түгел. Ул сыҙамлы, сабыр һәм кешеләргә ҡарата иғтибарлы булыуҙы талап итә. Бөгөн почтальондар нисек эшләй? Был һорауға яуап алыу өсөн Ләмәҙтамаҡ почта бүлексәһенә барҙыҡ.
Әйтергә кәрәк, был почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһын 100 процентҡа тамамлаған. “Беҙҙә халыҡ районкаға, “1000 советов”, “Диләфрүз”, “ЗОЖ”, “Непоседа”, “Аманат”, “Аҡбуҙат”, “Баш-ҡортостан ҡыҙы” журналдарына һәм башҡа баҫмаларға яҙыла, – ти Ләмәҙтамаҡ почтаһы начальнигы Анджела Хисамова. – Яҙылыу кампанияһы ваҡытында ниндәй баҫмаларға яҙылырға мөмкинлеген аңлатабыҙ”.
Почта начальнигы вазифаһында ул бер йылдан күберәк эшләй, уға тиклем 10 йыл почтальон булған. “Миңә почтальон эшен тәҡдим иткәс, ризалаштым, – ти ул. – Почтальон, ғәҙәттә, корреспонденцияны урамдар һәм өйҙәр буйынса сорттарға бүлеү өсөн сәғәт 11-се яртыға эшкә килә. Һәр бер участкаға журнал асыл-ған, унда гәзит-журналдар алдырыусыларҙың адрестары һәм баҫма продукцияның исемдәре тулыһынса яҙылған. Ҡиммәтле бандеролдәр, посылкаларын алыу өсөн клиенттар үҙҙәре килә. Әгәр ниндәйҙер сәбәп арҡаһында кеше үҙе алырға килмәһә, уға почтальон алып барып бирәсәк. Хәҙер кешеләр почта аша бер-береһенә хаттар ебәрмәй, әлбиттә, шулай ҙа төрлө ведомстволарҙан хаттар килә. Байрамдарҙа открыткалар ебәрәләр. Посылкалар, мәҫәлән, донъялағы иң популяр интернет-сайт – Алиэкспрестан килә”.
Бүлексәлә барлығы өс кеше эшләй: почта начальнигы һәм ике почтальон. Хеҙмәткәрҙәр-ҙең штаты бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, эш сифатлы һәм ваҡытында башҡарыла. “Почтальон Дилә Ғөзәйерованы билдәләп үтке килә, – ти Анджела Хисамова. – Ул яҡшы эшләй, документтарын ваҡытында тапшыра, яҙыу планы үтәлә. Коммуналь түләүҙәрен түләү өсөн бүлексәгә килә алмағандарҙың ул өйҙәренә бара”.
Почтальон булыу өсөн махсус белем талап ителмәй. Ләкин һәр кем дә был өлкәлә эшләй алмай. Кешеләр менән аралаша белергә, грамоталы булырға кәрәк. Гел генә кешеләр менән аралашыу – эштең ыңғай яғы, йылдар үтеү менән почтальон участкаһындағы күп-тәрҙең дуҫына әйләнә. Кире яғы – йөкләмә шаҡтай ҙур булыуына ҡарамаҫтан, эш хаҡы бәләкәй. Шулай уҡ транспорт булмау арҡаһында башҡа ауылдарға юлда осраған машиналарҙа барып етергә тура килә. “Почтальондар өсөн эттәр ҡурҡыныс тыуҙыра, – ти почта начальнигы. – Бәхеткә күрә, беҙҙең ауылдарҙа тыныс, эттәр һөжүм итеү осраҡтары булманы”.
Анджелаға эше оҡшай. “Мин үҙ урынымды таптым, башҡа һөнәрҙә үҙемде күҙ алдына килтерә алмайым. Пенсияға тиклем ошонда эшләрмен тип өмөтләнәм, – ти ул. – Почта начальнигы булараҡ, эшем кешеләр менән күп аралашыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡлы. Мин сәғәт 9-ға киләм. Сәғәт 11-гә тиклем клиенттар менән эшләйем. Шунан почтаны эшкәртәм. Кешеләр төрлө була, шуға күрә һәр бер кешегә яҡынайыу юлын та- бырға кәрәк. Коллегаларымды Рәсәй почтаһы көнө менән ҡотлайым, уларға һаулыҡ, сабырлыҡ, бәхет теләйем”.
Ләмәҙтамаҡ халҡы ла үҙҙәренең почта бүлексәһе эшенән ҡәнәғәт. “Мин районканы гел алдырам. Почтала яҡшы эшләйҙәр, гәзиттәрҙе ваҡытында алам”, – тип маҡтай почта хеҙмәткәрҙәрен педагогик хеҙмәт ветераны Вәриҙә Ғатауллина.