Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
6 Июль 2018, 12:14

Әле лә ауыл тормошо менән янып йәшәй

Ҡотош ауылынан Ғәлимә Камалова 30 йылдан ашыу почта бүлеге мөдире булып намыҫлы эшләгән. Күп наградалары араһында хаҡлы рәүештә бирелгән “Хөрмәт билдәһе” ордены ла бар.

Ғәлимә Камалова тыумышы менән Тәкә ауылынан. Етенсе кластан һуң уҡыуын Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә дауам итә. Уҡыуын тамамлағас уны Теләш магазинына хисапсы итеп эшкә алалар. Уңған ҡыҙҙың тырышлығын етәкселәр күреп ҡала һәм Бөрө сауҙа училищеһына ебәрә. Һуңынан ул бер нисә йыл ауыл магазинында һатыусы булып эшләй.

Ҡыҙ үҙенең ғүмерен мәктәп йылдарынан уҡ таныш булған Ҡотош егете Нәғим менән бәйләй. Туйҙан һуң йәш киленгә һатыусы эшен тәҡдим итәләр. Ҡотош ауылы магазинында халыҡты хеҙмәтләндергән йылдарҙа Ғәлимә Камалова үҙенең эше тураһында тик ыңғай баһа ишетә. Мөләйемлеге һәм профессиональ хеҙмәтләндереүе ауыл халҡы күңеленә хуш килә.

Уның тормош иптәше лә тырышлыҡ һәм тынғыһыҙ хеҙмәт менән айырылып торған. Ул күп йылдар колхоздың Ҡотош бригадаһында хисапсы булып эшләгән. Күп тапҡыр-ҙар рәхмәт хаттарына һәм грамоталарға лайыҡ булған, “Запорожец” автомобиле менән бүләкләнгән.

1973 йылда Ғәлимә апайға почта бүлеге мөдире вазифаһын тәҡдим итәләр. Был вазифала 57 йәшкә тиклем 33 йыл эшләй. Ғәлимә Камалова оҫта етәкселек итә һәм почта бүлегенең эшен яҡшы ойоштора.

– Яйға һалынған эш, шулай уҡ хеҙмәттәштәремдең уңғанлығы һәм яуаплылығы һөҙөмтәһендә беҙ һәр гәзит-журналға яҙылыу кампанияһында алдынғыларҙан булдыҡ, –тип һөйләй ул.

Хеҙмәт йылдарында Ғәлимә апай тураһында район һәм республика гәзиттәрендә күп тапҡыр яҙалар. Бихисап маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары һаман да һаҡлана. Күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн “СССР-ҙың ХI биш йыллығы ударнигы”, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” билдәләре һәм башҡалар менән бүләкләнгән.

Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да ул һәр ваҡыт ауыл биләмәһе тормошоноң үҙәгендә. Шулай уҡ тынғыһыҙ һәм донъяға ғашиҡ. Социаль йәки мәҙәни сара булһынмы, Ғәлимә Ямал ҡыҙы –һәр ваҡыт әүҙем ҡатнашыусы. Күп йылдар ҡатын-ҡыҙҙар советында эшләй, бөгөн – “Ағинәйҙәр” клубында халыҡ мәнфәғәтендә тырышыусы хөрмәтле ҡатын.

Уңған хужабикә үҙ хужалығын да тәртиптә тота, еләк-емеш һәм йәшелсә үҫтерә, быға тиклем кәзәләр ҡараған, хәҙер инде бал ҡорттары һәм йорт ҡоштары бар. Мәсеткә йөрөй. Ҡыҙғанысҡа, туғыҙ йыл инде эргәһендә тормош иптәше юҡ. Әммә ул ҡыҙҙарының, кейәүҙәренең, ейәндәренең хәстәрлеге менән сол-ғап алынған.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.