Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
20 Июнь 2018, 18:58

Эше менән янып йәшәй

Календарҙы күҙәтә барһаң, һәр көнөбөҙ тәғәйенешле. Төрлө һөнәр эйәләренең, тарихи ваҡиғаның, йә данлыҡлы шәхестәребеҙҙең юбилейы. Халыҡтың ялын матур, файҙалы ойошторорға янып йөрөгән клуб системаһы хеҙмәткәрҙәренә фантазия, дәрт, яңы идеялар килеп кенә тора. Күптән түгел китапханасыларҙың да һөнәри байрамы булды.

Әбдрәхимдә бер йылдан ашыу ошо эште Гөлфиә Фәтҡуллина яңыса балҡытып ебәрҙе. Халыҡтан уның эшенән ҡәнәғәт булыуҙары тураһында йыш ишетергә тура килә. Быға тиклем ул күп йылдар балалар баҡсаһы мөдире булып уңышлы эшләне.

Хоҙай Гөлфиәгә күп һәләттәр бүләк иткән. Мәктәп уҡыу-сыһы булған сағынан уҡ йыр, бейеү, һүрәт төшөрөү, бәйләүгә әүәҫ өлгөр ҡатын белгәндәрен теләктәре булғандарға йомарт өләшә. Китапханала зауыҡлы мебель, ҡорғандар, төрлө китаптарға бай шкафтар – барыһы ла уңайлы, уҡыусыларға конспектлау өҫтәлдәре –рәхим ит, гәзит-журналдар менән таныш.

Китапханаға 100-ҙән ашыу самаһы кеше йөрөй, күпселеге мәктәп уҡыусылары. «Матбуғат баҫмалары күберәк булһын ине»,–ти Гөлфиә Дамир ҡыҙы. Ул һәр юбиляр яҙыусыға, яңы китапҡа, яҡташ ижадсыларға, ғорурланырлыҡ замандаштарыбыҙға һәм башҡаларға арналған күргәҙмә-стендтарҙы байытып, үҙгәртеп тора. Китап уҡыусылар менән төрлө ижади конкурстар ойоштора.

Ата-әсәләр уға бигерәк тә рәхмәтле. Гөлфиә Дамир ҡыҙы балалар менән «Тирмәкәй» театр түңәрәге алып бара. Яңынан-яңы бейеүҙәр һала, үҙе йырлап үҫкән 80-се, 90-сы йылдарҙағы моңдарҙы өйрәтә. Бергәләп милли уйындарҙы иҫкә төшөрәләр, конкурстарға приздар, аппликациялар, театр маскаларын ҡағыҙҙан да, ептән дә бәйләп әҙерләйҙәр. Клубта үткән һәр сарала түңәрәк ағзалары ата-әсәләрҙе, тамашасыларҙы ҡыуандыра.

Талапсан етәксе, ҡат-ҡат репетициялар үткәреп кенә сәхнәгә ҡуя тамашаларҙы. Һуңғы осорҙа экологик марафон, космонавтика көнөнә, һаулыҡҡа, һөнәр һайлауға арналған, «Көлкөбикәнең көлкө ҡапсығы» кисәләре тулы залдар йыйҙы. Афишаларға ла Гөлфиә Фәтҡуллина яңылыҡ индерҙе: төҫлө фотолар халыҡты үҙе уҡ саҡырып тора.

Һәр сараға сценарийҙар яҙып, кисәне музыкаль яҡтан биҙәй, аппаратуралар менән яҡшы эш итә белә. Ә оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар кистәрен «Әхирәттәр» клубына йыйылып, нимә генә ижад итмәй. Был түңәрәкте лә өлгөр китапханасы алып бара. Үҙе шәлдәр, береттар, төрлө нәфис ҡоштар, биҙәкле түңәрәк шарф бәйләү оҫтаһы. Ижад өсөн илһамды йыш ҡына интернет киңлектәренән ала.

Гөлфиә Дамир ҡыҙы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, “Ағинәй-ҙәр ҡоро”н башлап йөрөүсе лә. “Йәдкәр” фольклор төркөмөндә тора, унда халҡыбыҙҙың милли йолаларын, кейемдәрен, аштарын, кәсептәрен килер быуындарға еткерәләр.

Шулай бер сара үтеү менән икенсеһенә әҙерлек башлана. Ағинәйҙәр ҡоро оҫталыҡ дәрестәре менән район ауылдарында ла, күрше райондың Яңыбай ауылында ла дуҫлыҡ күперҙәре булдырҙы.

Гөлфиә Дамир ҡыҙы бик ба-ҫалҡы, йомшаҡ һүҙле әсә, намыҫлы ир ҡатыны, эшләгәндәре тураһында шаулап йөрөгәндәр-ҙән түгел. Һәр көн тыныс ҡына китап, сәнғәт һөйөүселәр күңеленә юл һала, күңеле тулы изгелек. Матур кисәләр менән ауылдаштарын һөйөндөрөү, балалар-ҙың тәбиғи һәләттәрен үҫтереү теләге менән янып йәшәй замандашыбыҙ.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.