Күргәҙмәлә ҡуйылған пейзаждар Мәсетле, Ҡариҙел һәм Салауат райондары тәбиғәтенә бағышланған. Тыуған тәбиғәттең матурлығы рәссамдарҙы иҫ киткес рәсемдәр төшөрөүгә илһамландыра.
Һынлы сәнғәт: пейзаждар һәм натюрморттарҙан тыш, район халҡына күргәҙмә-ҡулланма эштәр серияһы: барельеф, графика һәм чеканка (һуғып биҙәкләнгән әйберҙәр) тәҡдим ителгән.
Радион Нуртдинов һәм Флүр Фазулов бергә эшләйҙәр. Әгәр Радиондың эштәре мәсетлеләргә таныш булып, бер нисә йыл элек районда уның күргәҙмәһе ойошторолһа, Флүрҙең исеме әлегә билдәһеҙ.
Йәш рәссам Силәбе өлкәһендә тыуған. Ләкин Оло Ыҡтамаҡ ауылын ул яҡын итә. Флүр бында 1984 йылда күсеп килгән. Ошонда лицей һәм сән-ғәт мәктәбен тамамлаған.
–Үҙемде белгәнемдән алып мин һынлы сәнғәткә битараф түгелмен, – ти ул. – Уның менән етенсе кластан етди шөғөлләнә башланым. Әле ул саҡта уҡ Шишкин, Левитан, Васнецов кеүек классиктар эштәренә һоҡлана торғайным. Әле булһа уларҙың эштәре – миңә нимәгә ынтылырға кәрәклегенә ишаралаусы өлгө.
2001 йылда Флүр Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында ул рәсем төшөрөү, дизайн һәм музыка менән мауыға. Дизайнер булып эшләп, үҙен төрлө йүнәлеш- тәрҙә һәм техникаларҙа һынап ҡарай. Әле барельефҡа, интерьер дизайнына, аркалар биҙәүгә өҫтөнлөк бирә.
Радион Нуртдинов менән бергә эшләп, унан яңы идеялар ала.
– Ул – минең өсөн остаз, – тип уртаҡлаша Флүр. – Беҙ бергәләп Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһының уйын залын биҙәнек. Бергәләп байтаҡ эскиздар эшләнек. Нәҡ Радион Нуртдинов “Кесе Ватан” күргәҙмәһен ойошторҙо. Ундай кеше менән эшләүе һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы, ул илһамландыра, ҡыҙыҡлы идеяларҙы хуплай һәм уларҙы үҫтерергә ярҙам итә белә.
Йәш рәссам ижади юлының башында тора. Киләсәктә ул күнекмәләрен һәм талантын камиллаштырасаҡ. Сөнки сән-ғәттең сиге юҡ.