Гөлдәриә Тәүәкәлова бәләкәй саҡтан уҡ тормошон медицина менән бәйләргә хыяллана. Әлбиттә, ул үҙен табип тип күҙ алдына килтерә, ләкин фельдшер һөнәрен үҙләштергәне өсөн бер тапҡыр ҙа үкенмәгән.
Ул Һатҡы медучилищеһын тамамлай. Шәфҡәт туташы булып эшләй. 2015 йылдан, ҡайтанан уҡып алғандан һуң, фельдшер булып китә. Ләмәҙтамаҡ фельдшер-акушерлыҡ пунктындағы эшен ул шәфҡәт туташы Лариса Байрамғолова менән бергә алып бара.
Уларҙың төп бурысы – халыҡ һаулығы өсөн көрәшеү. Бында профилактика, һис шикһеҙ, ҙур роль уйнай. Фельдшер урындағы халыҡ менән нисек дөрөҫ туҡланыу, яман ғәҙәттәрҙән баш тартыу һәм физик күнекмәләр өсөн ваҡыт бүлеү тураһында әңгәмәләр уҙғара.
Бөгөн ул 800 самаһы кеше – Ҡотош һәм Ләмәҙтамаҡ ауылдары халҡы һаулығы өсөн яуап бирә. Сабыйҙарҙы һәм ауыр сирлеләрҙе өй беренсә йөрөп ҡарап сығыу, профилактик тикшереүҙәр һәм медицина процедуралары – быларҙың барыһы ла профессионаллек, сабырлыҡ һәм мәрхәмәтлелек талап итә.
– Медицина хеҙмәткәре кешене тыңларға әҙер, тик битараф ҡалмаҫҡа һәм ғәҙәти булмаған хәлдәрҙә тиҙ ҡарар ҡабул итә белергә тейеш, – ти Гөлдәриә Тәүәкәлова.
Ҡайһы ваҡытта кешеләр үҙ һаулыҡтарына һалҡын ҡарай. Улар табиптарға барырға һәм диспансеризация үтергә теләмәй. Ундай хәл-шарттарҙа фельдшер үҙенең бөтә яуаплылығын аңлай һәм кешеләргә медицина тикшереүҙәренең мөһимлеген аңлатырға тырыша.
Ныҡышмал хеҙмәте яҡшы һөҙөмтә бирә. Үткән йыл йомғаҡтары буйынса уның территорияһында йәшәгән кешеләр араһында күңелһеҙ статистика кәмегән. Ә был уның өсөн
– хеҙмәтенә иң шәп награда. Ауылдаштарының ихтирамы һәм ышаныс белдереүе артабан тырышыу өсөн стимул булып тора. Кешеләр уның аңлауына һәм профессионаллегенә һәр ваҡыт иҫәп тота алыуҙарына инан-ған.
“Һөнәре буйынса иң яҡшыһы-2017” район конкурсының “Йыл фельдшеры” номинацияһында еңеү-ҙе ул һөнәренә бирелгәнлеге, эшсәнлеге һәм кешеләргә яҡшы ҡарашы менән яулаған.