Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
29 Май 2018, 13:07

Уның эше – малдарҙы хәстәрләү

Динар Һөйәрғолов ғүмерен ауыл хужалығында эшләүгә бағышлаған. Был тармаҡта ул инде 25 йыл хеҙмәт итә.

Динар хеҙмәт юлын 1992 йылда Фрунзе исемендәге колхозда сусҡа ҡараусы булып башлай. Һуңыраҡ мал ҡараусы итеп күсерелә.

Бөгөн тәжрибәле хеҙмәткәр “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең иң яҡшы һәм намыҫлы хеҙмәткәрҙәре иҫәбендә. Ул дүрт айға тиклемге 60 баш йәш малды ҡарай.

Динар Рәис улы зоотехния буйынса камил белемгә эйә. Малдарҙы ваҡытында дауалауҙы һәм уларҙың профилактик ярҙам алыуын ул даими күҙәтеп бара. Уға беркетелгән малдар ваҡытында ашатылған һәм ҡаралған була. Малдар рационы-ның гел тулы ҡиммәтле булыуын хәстәрләй. Үҙ сиратында был йыл һайын юғары производство күр-һәткестәренә ирешергә мөмкинлек бирә. Йәш малдарҙың уртаса тәүлек артымы 580 грамм тәшкил итә.

Коллегалары һәм “Йондоҙ” йәм-ғиәте етәкселеге әйтеүенсә, тәжрибәле малсы үҙенең эшсәнлеге, ярҙамсыллығы һәм намыҫлылығы менән айырылып тора. Оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә абруй ҡаҙан-ған, уны хөрмәт итәләр һәм ҡәҙерен беләләр.

Динар Һөйәрғолов бер нисә тап-ҡыр үҙ хужалығының һәм район хакимиәтенең маҡтау грамоталарына, башҡа наградаларына лайыҡ булған. 2015 йылда уға Башҡортос-тан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы бирелгән.“Һөнәре буйынса иң яҡшыһы-2017” район конкурсы йом-ғаҡтары буйынса “Иң яҡшы малсы” тип танылды.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.