Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
28 Май 2018, 17:01

Ирина Әхмәҙуллина: “Беҙҙең эш кешелекле ҡатнашлыҡты талап итә”

Ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәренең эше күбеһенсә профессионаллегенә, еңел аралашыусанлығына һәм эштәренең етеҙлегенә бәйле. Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе –тәжрибәле белгес Ирина Әхмәҙуллина ошо сифаттарға эйә (һүрәттә).

Күсемһеҙ милек менән алыш-бирешкә килешеү башҡарғанда, документтар алмаштырғанда, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булыусылар статусын алыр өсөн иҫәпкә торорға планлаштырғанда, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр сифатында торлаҡ йорт алыу өсөн торлаҡ сертификатын алыуға дәғүә итергә ниәтләнгәндә ауылдаштарының мәсьәләләрен хәл итеү нәҡ уның ҡатнашлығы менән башлана. Ауыл биләмәһенең уға мөрәжәғәт иткән һәр бер йәшәүсеһе квалификациялы ярҙам ала. Ирина Сабир ҡыҙына эшен сифатлы башҡарырға компьютерҙа эшләү оҫталығы, булған мәғлүмәт саралары менән ныҡлы файҙаланыу күнекмәләре һәм, әлбиттә, йөкмәтелгән эшкә яуаплы ҡараш ярҙам итә. Ауыл биләмәһе башлығы Раил Низамов билдәләүенсә, Ирина Сабир ҡыҙы оператив ҡарар ҡабул итә, үҙгәреп торған һәм яңыртылған закондарҙы һәм норматив акттарҙы белә.

Мәсәғүт педагогия училищеһын, унан һуң Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетын тамамлағандан һуң, Ирина Сабир ҡыҙын ошо вазифаға ҡабул итәләр. Бына инде 20 йыл дауамына ул үҙенең яратҡан һөнәренә тоғро ҡала. Бөгөн үҙенең эшен ошолай баһалай: “Беренсе сиратта – кешеләр менән эш. Беҙҙең ауыл биләмәһендә 1800-ҙән күберәк кеше йәшәй, бөтәһе менән дә танышмын һәм холоҡтарын беләм. Тыңлау, ярҙам итеү, ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеү юлын табыу – минең үҙемә булған талаптар. Беҙҙең эш кешелекле ҡатнашлыҡты талап итә. Шуға ла кешеләр менән аралашыр- ға, уларҙы тыңларға һәм ишетергә теләк булырға тейеш”.

Ирина Сабир ҡыҙы ауылдың ижтимағи тормошонда актив ҡатнаша, ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы булып тора. Тирәләге кешеләргә үҙенең ярҙамсыллығы, изгелекле мөнәсәбәте һөҙөмтәһендә ул ауылдаштары һәм хеҙмәт коллективы араһында хөрмәткә эйә.

Күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһынан Почет грамотаһы, район хакимиәтенән рәхмәт хаты, район хәрби комиссариатынан маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Быйыл ул “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” район конкурсында еңеүсе тип иғлан ителде.

Айгөл ШАРАПОВА.