Мәсетле тормошо
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
21 Май 2018, 14:00

Район һаулыҡ һаҡлау лидеры

Мәсетле ерендә район һәм республика, ғөмүмән бөтә ил үҫешенә һиҙелерлек өлөш индергән лайыҡлы кешеләр тыуған һәм тәрбиәләнгән. С. Ваһапов, Ф. Зәғәфүрәнов, Ҡ. Латипов, Р. Аллаяров, Р. Бәҙретдинов һәм башҡаларҙың исемдәре республика тарихына яҙылған. Минең ошо ерҙең данлыҡлы бер улы – Фәрит Каев хаҡында һөйләгем килә.

Күп йылдар дауамында уның менән яҡындан аралашам. Ысын табип булараҡ, ул миндә һәр ваҡыт ихтирам һәм һоҡланыу тойғоһо уята. Фәрит Ғәлихан улы аралашыусанлыҡ, грамоталылыҡ, кешелеклелек, баҫалҡылыҡ һәм изгелеклелек кеүек сифаттарға эйә. Әхлаҡлылыҡ һәм эшһөйәрлек тамырҙары уның ата-әсәһенә һәм тыуған еренә барып тоташа.

Ул Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған. Ата-әсәһе ярҙамсыл һәм яҡшы кешеләр булған, ауылдаштары уларҙы ихтирам иткән.

Фәрит Ғәлихан улы мәктәптән һуң медицина институтына уҡырға инә. Конкурс ҙур була, әммә ул һынауҙы үтә ала. Институтта тырышып уҡый һәм яҡшы ғына уңыштар менән тамамлай. Уға Өфөлә эшкә ҡалырға кәңәш итәләр, сөнки ҡалала табиптар бик ныҡ етешмәй. Ләкин Фәрит Каев юғары квалификациялы табиптар һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡ кисергән тыу-ған районына ҡайта.

Фәрит Ғәлихан улы хеҙмәт юлын 1979 йылда Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында табип-хирург сифатында башлай. Ул һаулыҡ һағының бөтә баҫҡыстарын үтә. Баш табип урынбаҫары була, 1985 – 1996 йылдарҙа район дауаханаһына етәкселек итә. Артабан грамоталы һәм талантлы етәксене республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы балалар шифаханаһын етәкләргә тәҡдим итә, унда 14 йылдан ашыу эшләй.

Әлеге ваҡытта тәжрибәле табип “Ҡарағай” шифаханаһына етәкселек итә.

Фәрит Ғәлихан улы ҡырҡ йыл самаһы кешеләр һаулығы һағында тора. Район һәм республика халҡы араһында ул ҙур ихтирам һәм абруй менән файҙалана. Баҫалҡылығы, кешеләрҙе яратыуы, ихтирамлы мөнәсәбәте, белемлелеге пациенттар, халыҡ һәм коллегалары тарафынан юғары баһаланған. Дауалау учреждениелары етәксеһе булараҡ, ул һәр ваҡыт матди базаны нығытыуға, лайыҡлы кадрҙар – табиптар һәм башҡа медицина хеҙмәткәрҙәре менән тәьмин ителешкә ҙур иғтибар бүлә.

“Ҡарағай” шифаханаһында алты йыл эшләү дәүерендә уның етәкселегендә дауалау процесын автоматлаштырыу системаһы индерелгән, яңы медицина һәм производство ҡорамалдары һатып алынған, корпустарға сифатлы ремонт яһалған, автопарк яңыртыл-ған, яңы биналар төҙөлә.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” маҡтаулы исеме бирелгән. Уның Рәсәй Федерацияһы Президентынан Рәхмәт хаты бар, шулай уҡ юғары министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың бик күп грамоталары менән бүләкләнгән. Уның исеме “Волга буйы федераль округының иң яҡшы кешеләре” китабына индерелгән. Үткән йыл “Мәсетле районының почетлы гражданы” исеме бирелде.

Фәрит Ғәлихан улы 30 йылдан ашыу район Советы депутаты булды.

Ул медицина һәм авиация университеттарын тамамлап, лайыҡлы һөнәрҙәр алған ике ул атаһы. Оло улы Флорит – республика Хөкүмәте поликлиникаһында табип, кесеһе, Ринат, “Сургутнефтегаз” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә бүлек начальнигы булып хеҙмәт итә.

Фәрит Ғәлихан улы тыуған еренең данлыҡлы улы һәм ысын патриоты – шундайҙар тотоп тора ла инде державаны. Уның бар ғүмере тыуып үҫкән еренә бағышланған!

Фәниә ӘСӘҘУЛЛИНА,

Башҡортостан Республикаһының

атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ һәм БР мәғарифы алдынғыһы.