Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
17 Май 2018, 18:28

Бригада бер бөтөн булып эшләргә тейеш

Бригаданың туранан-тура етәксеһе булып бригадир һанала. Ул хәүефһеҙ һәм сәләмәт хеҙмәт шарттары менән тәьмин итә, технологик процестар барыуы, ышаныслы, аварияһыҙ эксплуатациялау һәм ҡорамалдарҙы йүнәтеү өсөн яуап бирә. Тағы ла тап ул үҙ-ара ярҙамлашыу һәм бер-береңде алмаштыра алыу нигеҙендә яйға һалынған эште ойоштора.

Валерий Крючков үҙ ғүмерен ауыл ғужалығы менән юҡтан ғына бәйләмәгән – уның ата-әсәһе колхозда эшләй. Шуға ла һөнәр һайлағанда уларҙың өлгөһө хәл иткес роль уйнаған.

Валерий Петрович бөтөн ғүмерен “Ленинский” хужалығына бағышлай. 36 йыл ул төрлө вазифаларҙа эшләй: ат ҡараусы һәм ферма мөдире була, хәҙер –бригадир. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, уны яуаплылыҡ айырып тора, үҙенең эшен тулыһынса аңлап һәм һөҙөмтәле эшләй.

Уның етәкселегендә 96 кеше хеҙмәт итә. Һәр береһе менән уртаҡ тел таба, ҡайҙа кәрәк – ярҙам ҡулы һуҙа, булыша. Ул белгестәрҙең өҙлөкһөҙ һәм эште туҡтатмай бер бөтөн булып эшләүен ойошторорға тейеш.

Бригаданың яуаплылығында һаҡсыл мөнәсәбәт талап иткән 19 берәмек техника иҫәпләнә. Валерий Крючков “тимер аттарҙың” торошо һәм төҙөклөгө артынан ныҡлы күҙәтә.

Бригаданың эше дүрт участкала: трактор паркында, һөт-тауар фермаһында, ат аҙбарында һәм иген складында бара. Комплекслы бригада һәр береһендә үҙенең бурыс-тарын ваҡытында һәм шелтәһеҙ үтәй. Юғары һауым күрһәткестәре, быҙауҙарҙың артҡан ауырлығы – комплекслы бригаданың һәм бригадирҙың үҙенең эшкә яуаплы ҡараштарының һөҙөмтәләре.

Күп йыллыҡ һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн Валерий Крючковҡа 2011 йылда Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһы бирелә. Үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” район конкурсында ул ауыл хужалығының иң яҡшы белгесе тип танылған.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.