Мәсетле тормошо
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
14 Май 2018, 11:57

Иң мөһиме – балаларҙы яратыу Гөлсара Абдулхаева

Гөлсара Абдулхаева “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” район конкурсының “Йыл тәрбиәсеһе” номинацияһында еңеүсе тип танылды. Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Башаҡҡай” балалар баҡсаһында ул 2006 йылдан эшләй.

Гөлсара Ғилметдин ҡыҙы – юғары квалификациялы тәрбиәсе. Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлап, хеҙмәт юлын тыуған ауылы Яңы Мишәрҙәге “Умырзая” балалар баҡсаһында башлай. Шунан Тайыш ауылы егетенә кейәүгә сығып, урындағы мәктәптә пионервожатый булып эшмәкәрлеген дауам итә.

Әлеге ваҡытта Гөлсара Абдулхаева 20 әүҙем һәм шат күңелле баланан торған кесе төркөмдө тәрбиәләй.

– Уларҙың төрлөһө бар: тыныс-тары ла, тауышлылары ла, ләкин мин уларҙан ялҡмайым, – ти эше һәм балалары тураһында тәрбиәсе. – Улар шул тиклем ҡыҙыҡтар! Көн буйына шул сабыйҙарҙың “Ни өсөн?” һорауҙарына яуап бирәм, уларҙың барыһын да белгеләре килә!

Тыныс холоҡло, алсаҡ, һәр ваҡыт яҡшы кәйефле Гөлсара Ғилметдин ҡыҙы тәрбиәләнеүселәрен бар күңеле менән ярата. Был сифатты ул эшендәге иң мөһиме тип иҫәпләй. Уның өсөн ниндәйҙер яңы нәмәгә өйрәнергә, дуҫтары менән осрашырға һәр иртә ошонда атлыҡҡан тәрбиәләнеүселәренең бәхетле йөҙҙәрен күреүҙән дә күңеллерәге юҡ.

Тәрбиәсе балалар тәрбиәләү һәм уҡытыуҙағы иң төп ярҙамсылар – ата-әсәләр менән эште лә оҫта ойоштора. Коллективында ҙур ихтирам менән файҙалана.

– Гөлсара Ғилметдин ҡыҙы үҙенең ижади индивидуаллеге өҫтөндә һәр ваҡыт эшләй. Тәрбиәсе йәш белгестәргә консультация бирә, эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Докладтар менән сығыш яһай, оҫталыҡ дәрестәре бирә, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Ул бик ныҡ эшсәнлеге менән айырылып тора, әүҙем ойоштороусы һәм баш- ҡарыусы, – бына шундай ҡыҫҡаса, әммә аныҡ характеристикала коллегаһының иң яҡшы сифаттарын билдәләне “Башаҡҡай” балалар баҡсаһы мөдире Наталья Чистякова.

Гөлсара Абдулхаева конкурстар-ҙа, йәмәғәт сараларында ҡатнаша. 2017 йылда ул “Йыл тәрбиәсеһе” район һөнәри конкурсында икенсе урын алды. “Башаҡҡай” балалар баҡсаһы педагогтарының ижади бейеү коллективының художество етәксеһе булараҡ, “Таланттары менән балҡый Мәсетле ере” район художестволы үҙешмәкәрлек фестивалендә ҡатнаш-ҡаны өсөн III дәрәжә диплом менән бүләкләнгән.

Уның тәрбиәләнеүселәре лә конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Былтыр улар “Экология йылы”на арналған “Рәсәй – минең тыуған илем” район шиғыр һөйләүселәр конкурсында беренсе һәм өсөнсө урындар алды.

Уҡыу һәм тәрбиәләү процесын ойоштороу һәм камиллаштырыуҙағы уңыштары өсөн Гөлсара Абдулхаева район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеме күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм әүҙем тормош позицияһы менән яуланған.

Айгөл ШАРАПОВА.