Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
28 Апрель 2018, 12:41

Тегеү эштәре оҫтаһы

Дыуан-Мәсетле ауылынан Мәүжиҙә Аллаярова өсөн тегеү килем сығанағы ғына түгел, ә күңел талабы ла.

Мәүжиҙә апай тегенергә оҫта ҡуллы әсәһенән өйрәнә.

– Тәүге күлдәгемде мин мәктәп йылдарында тектем. Ул йәшел сәскәле ябай материалдан ине, – тип иҫенә төшөрә Мәүжиҙә Хәйретдин ҡыҙы. Тәүҙә ул үҙе һәм балалары өсөн кейем тегә, күршеләренә ярҙам итә, һуңынан ауылдаштарынан заказдар була башлай. Ҡул эше оҫтаһы илһамланып мәктәп уҡыусылары өсөн формалар, күлдәктәр, юбкалар тегә.

– Минең махсус белемем юҡ. Барыһына ла үҙ аллы өйрәндем. Инде ҡырҡ йылдан ашыу тегәм, тәжрибәм бар. Шул ғүмер эсендә өс теген машинаһы алмаштырҙым. Йәш саҡта “Бурда” тигән модалар журналы алдыра инем. Бөгөн интернет селтәре яр- ҙамға килә, унан мин кәрәкле мәғлүмәт алам, башҡа ҡул оҫталары ижады менән танышам. Әҙер эштәремде үҙемдең “Бәйләнештә”ге сәхифәмә һалам. Уларҙы күреп кешеләр заказдар бирә, – ти Мәүжиҙә апай.

Оҫта көндәлек кейем-һалым ғына түгел, ә ижади коллективтар өсөн милли кейемдәр ҙә тегә. Уның ярҙамында “Зөбәржәт” фольклор ансамбле костюмдары тулыһынса яңыртылған.

Мәүжиҙә апайҙың тағы ла бер мауығыуы бар – ул түшлектәр тегеү.

– Районда милли кейем- дәрҙе тергеҙеү буйынса ҙур эш башланғас, мин түшлектәр менән ҡыҙыҡһынып киттем. Уларҙы мин боронғо стилдә лә, заманса итеп тә эшләйем, – ти ул.

Хужабикәнең өйөндә бүлмә гөлдәре күҙҙең яуын ала. Уның тәҙрә төптәрен фиалкалар, антуриумдар, фикус-тар, яран гөлдәр, бегониялар – барлығы 80-ләгән гөл биҙәй. Күршеләре уның өйөн ботаника баҡсаһы менән сағыштыра.

Мәүжиҙә апай – хеҙмәт ветераны. Ул Мәсәғүт ауылы типографияһында баҫмасы, Дыуан-Мәсетле мәҙәниәт йорто директоры булып эшләгән, әммә уның төп хеҙмәт стажы мәктәптәге китапханасы эше менән бәйләнгән. Ул ижади сараларҙа, конкурстар-ҙа әүҙем ҡатнаша. Күптән түгел ауыл китапханаһында үткән шиғыр һөйләүселәр конкурсында Мәүжиҙә Аллаярова беренсе урын алған.

Айгөл ШАРАПОВА.