Ул элек, мәктәп йылдарында, үҙенең дә әүҙем уҡыу-сы булыуын иҫенә төшөрә. Бик тә китапханаға йөрөргә яратҡан. Ә хәҙер үҙе китап батшалығы хужабикәһе.
Лилиә Шаһиева 1991 йылдан мәҙәниәт өлкәһендә эшләй. Ауыл клубының художество етәксеһе була, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто ҡарамағындағы бейеү түңәрәген алып бара. Китапханаға саҡырғас, ул ризалаша. Ситтән тороп Өфө китапхана техникумын тамамлай.
– Миңә йыш килеүселәр – балалар һәм пенсионерҙар, – ти әңгәмәсем. – Ирҙәр детективтар менән мауыға. Ҡатын-ҡыҙҙарға баҡсасылыҡ, кулинария тураһында файҙалы кәңәштәр оҡшай. Уҡыусылар мәктәп программаһы буйынса әҫәрҙәр ала. Даими уҡыу-сыларым – ул Эльвина Хисамова, Зөлфиә Нуретдинова, Гөлсибәр Хисамова, Салауат Ғарипов, Артур Ханов, Кәрәмәт Нотфуллин. Үкенескә күрә, быйыл средстволар булмау арҡаһында ваҡытлы баҫмалар ике гәзит һәм алты журнал менән сикләнгән, ә ҡасандыр улар 27 дана була торғайны.
Лилиә Шаһиева уҡытыу-сылар, тәрбиәселәр менән берлектә үҙенең йәш уҡыу-сылары өсөн төрлө саралар һәм байрамдар уҙғара, балаларҙы китапхананан фай-ҙаланыу ҡағиҙәләре менән таныштыра, башланғыс клас-тар уҡыусылары өсөн китапхана дәрестәре бирә, бәләкәстәр өсөн экскурсиялар уҙғара.
2017 йыл Экология йылы тип иғлан ителгәйне. Шуға бәйле күп кенә саралар үткән. Улар араһында – “Тәбиғәт һағына баҫ” район әҙәби-экологик марафоны. унда Лилиә Рәүил ҡыҙы Дыуан-Мәсетле һәм Туҡбай ауылдары китапханасылары менән берлектә өсөнсө урын алған. Бөгөн улар Ғаилә йылына арналған марафонға әҙерләнә.
Лилиә Шаһиева – ижади кеше. Төп эшенән тыш, ул Яңы Мишәр үҙәкләштерелгән клуб системаһының художестволы үҙешмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша: концерт һайын ауылдаштарын яңы бейеүҙәр менән ҡыуандыра, ҡумыҙҙа уйнай.
Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн Л. Шаһиева Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайының рәхмәт хаты, мәҙәниәт бүлеге һәм район хакимиәтенең почет грамоталары менән бүләкләнгән.