Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
16 Апрель 2018, 17:38

Ҡәнәғәтлек килтереүсе шөғөл

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Мулланур Әхтәров йоҡа металдан торбалар әҙерләй. Уның өсөн был эш түгел, ә, үҙе әйтмешләй, мауығыу.


М. Әхтәров.

Тәүге әҙерҙә Мулланур Әхтәров тимер менән “килеп сығырмы икән?” тигән ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерер өсөн булыша башлай. Пенсияға ҡәҙәр ул газ хеҙмәтендә эшләгән. Хаҡлы ялда буш ваҡыты күбәйгән.

– Башта барыһын да ҡул менән эшләнем, – тип иҫенә төшөрә. – Ауыр булды. Минең яратҡан шөғөлөм тураһында белеп, балаларым торбалар бөгә торған станоктар, зик-машина һәм ҡул фальцегибы алып ҡайтып бирҙе. Йәйге өйөм дә ярап ҡалды. Станоктарҙы шунда урынлаштырып, мин уны эш урыны итеп яһап алдым.

Бына ете йыл инде ул буш ваҡытын ошо эш менән булашып үткәрә.

Хәҙер Мулланур Әхтәров өй һәм мунса мөрйәләре, вытяжкалар әҙерләй. Оҫтаның эш урынында төрлө диа-метрҙағы әҙерләмәләр бихисап. Кешеләр уға үлсәмдәрен һәм һыҙмаларын килтереп, унан үҙҙәренә кәрәкле нәмәләрҙе эшләтеп ала. Уға районыбыҙҙың ғына түгел, ә Балаҡатай һәм Дыуан райондары кешеләре лә мөрәжәғәт итә.

– Ҡышын заказдар йыш булмай, йәй һәм көҙ – эштең иң күп осоро, – ти ул.

“Был эш табышлымы?” – тигән һорауға:

– Килемгә ҡарағанда эштең миңә ҡәнәғәтлек килтереүе мөһимерәк, – тип яуап ҡайтарҙы тынғы белмәҫ пенсионер.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.