Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
5 Апрель 2018, 17:23

Ҙур тәжрибәгә эйә уҡытыусы

Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы Башҡорт гимназияһының математика уҡы- тыусыһы Ольга Ҡотлоеваны коллегалары ла, уҡыусылары ла ярата һәм хөрмәт итә. Быға ғәжәпләнергә ярамай, сөнки уға ярҙамсыллыҡ, киң күңеллелек, ихтирамлылыҡ кеүек күркәм сифаттар хас.

– Бөтә дәрестәрҙән миңә иң нығы математика оҡшай торған ине, ләкин мин апайым кеүек адвокат булырға хыялландым, – тип уртаҡлаша Баҡалы районының Яңы Маты ауылында тыуып үҫкән Ольга Ивановна.

Мәктәптән һуң ул Силәбе юридик техникумына уҡырға инергә хәл итә, ләкин унда көндөҙгө бүлек булмай сыға. Тыуған ауылындағы мәктәп-интернат- ҡа тәрбиәсе булып эшкә урынлаша. Уҡытыусылар уның балалар менән уртаҡ тел таба белеүен күреп, педагогия институтына уҡырға инергә кәңәш бирә. Шулай итеп ул БДПИ-ның физика һәм математика факультеты студенты булып китә.

Ольга Ивановна Башҡорт гимназияһында 1991 йылдан эшләй. Ул дәрестәренә ентекле әҙерләнә, уҡытыуҙың һәм тәрбиәләүҙең заманса ысулдарын ижади файҙалана, аҡыл эшмәкәрлеген, логик фекерләүҙе, күҙаллауҙы һәм иҫәпләү күнекмәләрен үҫтереү буйынса методик алымдарҙы оҫта ҡуллана. Уның фекеренсә, математика – бик мөһим фән, сөнки уның буйынса алған белем кешегә һәр ваҡыт кәрәк.

Йыл һайын уның уҡыусылары район олимпиадалары еңеүселәре һәм при- зерҙары була, шулай уҡ республика кимәлендә ҡатнаша.

– Мәктәп йылдарында мин математика уҡытыусыһынан уңдым. Ольга Ивановна беҙҙе бишенсе класҡа ҡабул итте. Уның дәрестәре арҡаһында математика иң яратҡан фәндәремедең береһенә әйләнде. Ольга Ивановна үҙ эшен бик тә ярата, был уның үткәргән һәр дәресендә күренә. Үҙенә һәм уҡыусыларына талапсан уҡытыусы иң ҡатмарлы материалдарҙы ла оҫта итеп аңлата. Яңы тема өйрәнгәндә уны тормоштағы миҫалдарға бәйләй белә, шуға күрә тема еңел иҫтә ҡала. Йыл һайын математика буйынса район олимпиадаларында беренсе, икенсе урындар алыуымда хөрмәтле Ольга Ивановнаның хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Хәҙер инде университетта юғары математика еңел бирелә, сөнки Башҡорт гимназияһында төплө нигеҙ һалынған. Шуға күрә Ольга Ивановнаға бик тә рәхмәтлемен, – ти уның хаҡында Башҡорт дәүләт университетының химия факультеты студенты Зәлиә Ғәниева.

Педагогик эшмәкәрлегендәге хеҙмәттәре өсөн Ольга Ивановна мәғариф бүлеге һәм район Хакимиәте грамоталары, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

Ольга Ҡотлоева тормош иптәше Рәжәп менән ике бала үҫтергән. Улдары Руслан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының математика һәм информатика факультетын, аспирантура тамамлай. Ҡыҙҙары Людмила Башҡорт дәүләт университетының сит телдәр факультетын һайлай.

Айгөл ШАРАПОВА.