Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
26 Март 2018, 18:23

Бар күңелен биреп эшләй

Донъяла иҫ киткес талант эйәләре була, уларҙың ижады үҙе бер серле мөғжизә. Шундай ғәжәйеп кешеләрҙең береһе – Зөлфиә Фәйзрахман ҡыҙы Ғарифуллина.


З. Ғарифуллина уҡыусылары менән.


З. Ғарифуллина районыбыҙҙың гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Мөслим ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, Өфөлә 2-се һанлы педагогия училищеһының художестволы графика факультетында ғилем ала. Хеҙмәт юлын йүнәлтмә буйынса Дыуан районы Мәсәғүт ауылының урта мәктәбенда һынлы сәнғәт һәм һыҙма фәне уҡытыу-сыһы булып башлай. Ике йылдан һуң туған мәктәбенә эшкә ҡайта. Бында, төп эшенә өҫтәп, Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонан өҫтәмә белем биреү педагогы вазифаһын – “Йәш рәссам” ойошмаһын етәкләй. Зөлфиә Фәйзрахман ҡыҙы бына инде 36 йыл дауамында көсөн дә, һәләтен дә йәлләмәй йәш быуынға белем һәм тәрбиә бирә.

Тәрбиә нескәлектәрен һәйбәт белгәнгә лә эшенән ҙур ҡыуаныс ала. Ғүмере буйы йәмәғәтселек эштәрендә, райондын спорт сараларында әүҙем ҡатнаша. Тормош иптәше Фәнил Рафаҡый улы менән үҙҙәре кеүек уңған, миһырбанлы балалары Рудик менән Ридаға юғары белем алырға ярҙам итә.

– Мин үҙемдең рухи донъям менән килешеп йәшәргә өйрәнгәнмен. Күңел тыныслығын һаҡлар өсөн башҡарған бөтә эштәрең дә сифатлы булырға тейеш, – ти Зөлфиә Фәйзрахман ҡыҙы. Уны үҙ вазифаһын оҫта алып барған педагог булғаны өсөн генә түгел, ә күркәм холҡо өсөн дә хөрмәт итәләр. Эшендә коллегаларына, уҡыусыларға ул берҙәй яғымлы һәм яҡын.

Зөлфиә Фәйзрахман ҡыҙы белемен камиллаштырыу өҫтөндә даими эшләүсе, һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылыусы, һәләтле, сабыр, ябай компетентлы педагог. Эҙләнеүсән, ижади уҡытыусының уҡыусылары ла һынлы сәнғәт серҙәрен ихлас өйрәнә.

Һынлы сәнғәт, һыҙма буйынса олимпиадаларҙа З. Ғарифуллинаның уҡыусылары гел призлы урындар яулап тора. Рәсем буйынса районда еңеп сығып, республика олимпиадаһында ҡатнашыу бәхетенә ирешә.

“Янғынды ҡыйыуҙар ғына еңә” исемле макеты менән республикала 1-се урынға сығып, Мәскәүгә йүнәлтелде һәм унда ҙур баһаға лайыҡ булды. Уҡыусылары “Башҡортостан мәҙәниәте – Артекта” исемле һүрәттәр бәйгеһендә ҡатнаша. Эштәре Өфөлә иң яҡшыһы тип табыла һәм Ҡырымға ебәрелә. Һөҙөмтәлә өс уҡыусыһы еңеүсе дипломдары менән бүләкләнә.

Зөлфиә Фәйзрахман ҡыҙы мәктәптә уҙғарылған район семинарҙарын да мауыҡтыр-ғыс уҙғара, асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ сәғәттәре үткәрә.

Тырыш хеҙмәте уны халыҡ алдында күтәрә лә, маҡтаулы ла итә. Бөгөн, үҙе уҡытҡан фәнде яратып, шуға бәйле һөнәр һайлаған уҡыусылары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. З. Ғарифуллинанан төплө белем, күркәм тәрбиә алған күпме бала юғары уҡыу йорттарында һынауҙарҙы уңышлы тотоп, тормошта лайыҡлы урындарын тапты. Остаз илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә йәшәүсе элекке уҡыусылары менән һаман да хәбәрләшеп тора.

Фәнгизә ҒАРИПОВА,

Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң

өҫтәмә белем биреү педагогы.