Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
19 Март 2018, 16:32

Эшсән һәм тырыш тракторсы

Ҡатмарлы механизмдағы кәрәкле бер шөрөп һымаҡ, ойошмаларҙа йәки предприятиеларҙа һәр бер кеше үҙенең мөһим функцияларын үтәй.

“Тепловик” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә үҙ эше оҫталары һәм белгестәр эшләй. Уларҙың һәр ҡай-һыһы ойошмала үҙ урынында. Шундай ҡиммәтле хеҙмәтсәндәрҙең береһе – Ралит Ҡотлоев. Коллегелары һәм етәкселеге уны төп сифаттары – эшһөйәрлеге һәм тыңлаусанлығы өсөн ихтирам итә.

– Ралит Ҡотлоев экскаваторсы булып беҙҙә 2012 йылдан бирле эшләй, – ти “Тепловик” йәмғиәте директоры Алмаз Хәйретдинов. – Ул йөкмәтелгән һәр эшкә яуаплы ҡарауы менән айырылып тора. Ниндәй эшкә тотонмаһын, барыһын да еренә еткереп, намыҫлы башҡара. Эшләй башлағанынан алып уға ҡарата бер ниндәй ҙә ризаһыҙлыҡтар булманы.

Экскаваторсының бурыс-тарына йәй көнө һыу һәм йылылыҡ торбалары һалыу, ҡышын аварияларҙы бөтөрөү буйынса эштәр инә. Трактор – ябай машина түгел, уның менән идара итеүҙән тыш, хеҙмәткәр уны ремонтларға һәм һәр төрлө узелдарын көйләй белергә тейеш. Ралит Ҡотлоев “ҡорос атын” төҙөк тота. Ул идара иткән трактор яңы түгел, шуға ҡарамаҫтан, бер ҡасан да һынатмай.

“Тепловик”ка ҡәҙәр тракторсы булып Ралит Ҡотлоев “Серп и молот” колхозында эшләгән. Трактор штурвалы артындағы дөйөм хеҙмәт стажы – 40 йылдан ашыу. Эшендә ул иң мөһиме намыҫлылыҡ һәм профессионаллек, тип иҫәпләй.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.