Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
19 Март 2018, 16:29

Диңгеҙ төпкөлдәрен буйһондороусы

19 мартта Рәсәйҙә Һыу аҫты кәмәләрендә хеҙмәт итеүселәр көнө билдәләнә. Тап ошо көндө 1906 йылда император Николай II яңы класс һуғыш караптары – һыу аҫты кәмәләрен Рәсәй империяһы хәрби флоты караптары классификацияһына индереү тураһында указ сығара. Был байрамды Мәсетле районының һыу аҫты кәмәләрендә хеҙмәт итеүселәре лә билдәләне.


Риназ Ғиззәтуллин армияға 1985 йылда БДПУ-ның беренсе курсынан алына. Ул хеҙмәтен Төньяҡ флотта үтә.

– Хәрби әҙерлекте Архангель өлкәһе Северодвинск ҡалаһында үттем, – ти Риназ. – Дүрт айҙан Гаджиево ҡалаһына һыу аҫты кәмәләре базаһына ебәрҙеләр. Бында урындағы тәбиғәткә хайран ҡалдым. Шунда беренсе тапҡыр төньяҡ балҡышын, аҡ төндәрҙе күрҙем.

Беҙҙе, яңы килгәндәр-ҙе, һыу аҫты диңгеҙселәре ҡыҙыҡлы бер ысул менән үҙ сафтарына алды.

– Беренсе тапҡыр һыу аҫтына төшкәндә һәр беребеҙ борт тышынан бер плафон һыу эстек, – тип иҫенә төшөрә Риназ, ә һуңынан солидол менән буялған ҙур сүкеште үптек.

Шуныһы ҡыҙыҡ, моряктың әйтеүенсә, һыу аҫты кәмәләрендә хеҙмәт иткән офицерҙар, мичмандар һәм матростар бер-береһенә званиеһы буйынса түгел, ә исеме-атаһының исеме буйынса мөрәжәғәт итә икән.

– Беҙҙең экипажда молдовандар ҙа, украиндар ҙа, тажиктар ҙа, үзбәктәр ҙә хеҙмәт итте. Беҙ ҙур бер татыу ғаилә булып йәшәнек. Башҡортостандан өсәү инек, барыбыҙ ҙа үҙен лайыҡлы тотто. Уларҙың береһе – Ҡариҙел районынан билдәле теле- һәм радиожурналист, әлеге көндә – “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының радиотапшырыуҙар хеҙмәте етәксеһе Ришат Миндиәров.

Риназ бер нисә тапҡыр ваҡытлыса стартегик тәғәйенләнештәге К-219 атом һыу аҫты кәмәһенә ебәрелә. Ул отпускыла булған ваҡытта шахталарҙың береһендә баллистик ракета шартлау арҡаһында әлеге һыу аҫты кәмәһе Атлантик океан төбөнә китә.

Отпускынан һуң экипажды тарҡаталар һәм диңгеҙселәрҙе яңы һыу аҫты кәмәләрен өйрәнер өсөн Палдиски ҡалаһына ебәрәләр.

– Унда мин Салауат Юлаев урамында йөрөнөм, уның мәктәп ихата-һындағы бюсын күрҙем, шулай уҡ батырыбыҙҙың музейында булдым, – тип ғорурланып һөйләй мәҡәлә геройы.

Әҙерлек үткәндән һуң Риназ яңы быуын һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итә. Ул хатта “Крик дельфина” фильмын төшөргән ваҡытта күмәк кеше ҡатнашлығындағы кадрҙа төшә.

Хеҙмәт иткән ваҡытында ҡот осҡос ваҡиға була – уға янғын һүндерергә тура килә.

– Карап бортында ут сығыу һәр ваҡыт етди эҙемтәләр менән янай. Ә биналары ҙур булмаған һәм һауа запасы сикле һыу аҫты кәмәһендә сыҡҡан янғын айырыуса ҡурҡыныс. Шуға күрә беҙ үҙебеҙ менән гел портатив һулыш алыу ҡоролмаһы йөрөттөк.

Яҡшы, лайыҡлы хеҙмәте өсөн моряктың ата-әсәһе командованиенан рәхмәт хаты алған. Ул үҙе “За дальний поход” жетоны, “Молодогвардеец 11-ой пятилетки” миҙалы менән бүләкләнгән, “Отличник боевой и политической подготовки” тигән исеме бар.

Флотта өс йыл хеҙмәтен тултырғандан һуң, 1-се статья старшинаһы Риназ Ғиззәтуллин институтта уҡыуын дауам итә. Хәҙер ул янғын һүндереү машинаһы водителе булып 86-сы янғын һүндереү часында эшләй. Ҡатыны Айгөл менән өс бала тәрбиәләйҙәр.

Айгөл ШӘрӘпова.