Оло Ыҡтамаҡ ауыл Хакимиәте водителе Ришат Фәрхитовтың эш көнө йыш ҡына, бигерәк тә ҡыш көнө, иртәнге сәғәт биштә башлана. Ҡар яуған был көндө лә иртә таңдан эшкә сыҡты. Сөнки ул водитель генә түгел, ә тракторсы бурыстарын да башҡара.
– Был көндө эш күп булды, әлбиттә, – тип хәтерләй ул. – Юлды таҙартып үтәһең, ә артыңдан яңынан ҡар яуып китә.
Ришат Фәрхитовтың хеҙмәт тәжрибәһе ярайһы уҡ ҙур – ауыл биләмәһендә генә ун йыл. Унан алда ун дүрт йылдан ашыу Оло Ыҡтамаҡ училищеһында производствола уҡытыу мастеры һәм инструктор вазифаһын башҡарған. Водителлек стажы – 36 йыл.
Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе Хакимиәтендә ул – алмаштырғыһыҙ хеҙмәткәр. Биләмә территорияһында юлдарҙы ремонтлау һәм ҡом һибеү, урамдарҙа лампочкаларҙы алмаштырыу, ауылды төҙөкләндереү кеүек эштәр уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй.
Йәй ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре күп ваҡыттарын һәм көстәрен экология проблемаларын хәл итеүгә бүлә. Ришат Фәрхитов ауылдарҙан сүп- сарҙы сүплеккә илтеүҙә ҙур тырышлыҡ күрһәтә. Һабантуйҙарҙа һәм башҡа байрамдарҙа тирмәләрҙе килтереп ҡороу ҙа уның бурысына инә. Хеҙмәте буйынса ул Оло Ыҡтамаҡта йәшәүселәргә генә түгел, Мөслим, Әжекәй һәм Салйоғот ауылдары хал-ҡына ла таныш.
Ҡайһы ваҡыт Ришат ағайға электр-сы һәм газ менән иретеп йәбештереүсе лә булырға тура килә. Бына шулай, Ришат Фәрхитовтың оҫталығына хайран ҡалырға ғына ҡала.