Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
5 Март 2018, 17:33

Йәшәүҙән йәм табып

Көтөп алған яҙҙың тәүге айы килеп тә етте. Ҡырыҫ, сатлама һыуыҡтары менән булһа ла, беҙ уның өсөн шатбыҙ, сөнки тиҙҙән 8 март байрамы билдәләнәсәк. Беҙҙе ҡотларҙар һәм беҙ ҙә күңел йылыһы менән яуап ҡайтарырбыҙ.


Анна һәм Юрий Сыраевтар.

Әләгәҙ ауылынан кинопрокат хеҙмәте ветераны Анна Сыраева ошо көндәрҙә тағы ла бер күркәм байрамын – 85 йәшлек юбилейын билдәләне. Улар тормош иптәше Юрий Евгеньевич менән сәнғәттең бер төрөнә – киноға 30 йылдан ашыу ғүмерҙәрен арнаны. Шунса йыл улар “Мәсәғүт” совхозы халҡын кино менән ҡыуандыра. Ул саҡта кино беҙҙең тормошта аң даирәһен киңәйтеү, Ватан һәм бөтә совет халҡы өсөн ғорурлыҡ тойғоһон, ватансылыҡты үҫтереү, әхлаҡлылыҡты, рух көсөн нығытыу сараһы булды.

Алыҫ 1956 йылда йәш, дәртле Анна Степановна ире менән иҫке ағас клубта эш башлай. Ул саҡта зал бәләкәй генә ине, тамашасылар эскәмйәләрҙә ултырҙы, ләкин кино беҙҙең өсөн һәр ваҡыт байрам булды.

Һуңғараҡ уңайлы ултырғыстар һәм балкон менән яңы клуб төҙөлдө. Бөтә урындар, хатта тәҙрә төптәре тамашасылар менән тулыр булды. Мин дә бәләкәй генә усыма биш тин алып киноға йүгерә инем. Аня апай барыһын да йылмайып ҡаршы ала. Уға ҡарайһың да, илһамланаһың. Яҡшы кино күңелдәрҙе күтәрә.

Билетҡа бер тин етмәгән саҡтар булды, ә кино ҡарайһы килә. Ләкин изге күңелле Аня апай бер кемде лә кире бороп ҡайтармай, кино ҡарап, ваҡиғаларҙы күңел аша кисереү, һоҡланыу һәм залдан дәртләнеп, яңырып, йәнләнеп сығыу тойғоларынан мәхрүм итмәй. Анна Степановна, кешеләргә ҡарата изгелекле мөнәсәбәте, шат күңелле булыуы һәм изге эштәре менән хәтерҙә ҡалды.

Данлы юбилейын ул балалары, ейәндәре, бүләләре һәм ауылдаштары менән ҡаршыланы.

Мин Аня апайҙан: “Беҙгә артабан нисек йәшәргә һуң?” – тип һораным. Уның яуабы ышаныслы һәм нигеҙле яңғыраны:

– Йәшәргә һәм хафаланмаҫҡа, бер кемде лә ғәйепләмәҫкә, ғәрләндермәҫкә.

Лидия ГОЛДИНА, Әләгәҙ ауылы.