Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
5 Март 2018, 17:26

Миграция хеҙмәтенең эш көндәре

Был структурала эшләгән кешеләр беҙҙең хаҡта барыһын да белә кеүек. Ғәжәпләнерлек тә түгел: уларҙың ҡул аҫтында беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ тураһында ғәйәт ҙур мәғлүмәттәр базаһы һаҡлана. Мәсетлеләр ҡайҙа китә һәм ҡайҙан ҡайта? Сит ил кешеләренән кемдәр һәм, иң мөһиме, ни өсөн беҙгә килә? Бөтә ошо һорау-ҙарға яуаптарҙы Рәсәй МВД-һының Мәсетле районы буйынса миграция бүлеге хеҙмәткәрҙәре белә. Унда дүрт хеҙмәткәрҙең өсәүһе – ҡатын-ҡыҙ.


Һулдан уңға: Гөлшат Фәйзраева,

Ленария Хаматуллина, Илмира Ғәләева.



Әле хеҙмәткәрҙәр эшмәкәрлектең утыҙҙан ашыу йүнәлешен алып бара, уларҙың күпселек өлөшө туранан-тура халыҡ менән бәйләнешкә ҡайтып ҡала: булыу һәм йәшәү урыны буйынса теркәү иҫәбе; паспорттар әҙерләү; миграция иҫәбе.

Ошоларҙың барыһы хаҡында ла Рәсәй Федераль миграция хеҙмәте идаралығының Мәсетле районы буйынса бүлеге начальнигы, эске хеҙмәт майоры Ленария Хаматуллина һөйләне. Ул бүлектә күп йылдар хеҙмәт итә, эште хеҙмәткәрҙәре кеүек үк башынан аҙағынаса белә, улар тураһында ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәре менән телгә ала. Кем менән – аттестацияланған хеҙмәткәрҙәр менәнме, әллә гражданлыҡ хеҙмәткәр-ҙәре менән эшләү еңелерәкме, тигән һорауға: “Аттестацияланғандар менән барыһы ла аңлашыла, улар погонлы, тимәк, эштә бер ниндәй ҙә “юҡ” ҡабул ителмәй. Ләкин эш шунда, бөтәһенә лә йөкләнеш ғәйәт ҙур булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең ҡыҙ- ҙарҙың береһе лә бер ҡасан да “юҡ” тип әйтмәй”, – тине етәксе.

Бүлектә оҙаҡ йылдар паспортсы Гөлшат Фәйзраева эшләй. Үҙ посында ул – 2007 йылдан бирле. Бурысын һәр ваҡыт профессиональ башҡара һәм эшкә үҙен тулыһынса бирә. 2017 йылдан бында Илмира Ғәләева эшләй, эш стажы ҙур булмауына ҡарамаҫтан, ул үҙен грамоталы хеҙмәткәр итеп күрһәтте. Тәү ҡарамаҡҡа еңел то-йолһа ла, был эш бик үк еңелдән түгел. Һөнәрҙең үҙ үҙенсәлеге бар. Хеҙмәткәрҙәргә гел генә килгән кешеләр менән бәйләнештә эшләргә кәрәк. Көнөнә улар уртаса алғанда 50-шәр кеше ҡабул итә.

Шуныһын да әйтергә кәрәк, һуңғы ваҡыттың яңылығы – дәүләт хеҙмәттәренең электрон порталы. Граждандарҙың бер өлөшөнә, айырыуса өлкәнерәк быуын кешеләренә, бындай практика ауыр бирелә, ә был, үҙ сиратында, миграция пункты хеҙмәткәрҙәренә мәшәҡәттәр генә өҫтәй. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, улар клиенттар менән һәр ваҡыт ихтирамлы булып ҡала.

2017 йылда миграция мәсьәләләре буйынса 1175 паспорт әҙерләп бирелгән. Йәшәү урыны буйынса 1196 кеше теркәлгән, 1256 кеше теркәү иҫәбенән төшөрөлгән.

Эльвира БАҺАУЕТДИНОВА.