Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
5 Март 2018, 17:41

Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул, Йәм биреүсе, йән биреүсе Ватанға!

Райондың мәҙәниәт бүлегендә хеҙмәт итеүселәрҙең күбеһе – ҡатын-ҡыҙҙар. Уларҙың эш режимын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын: халыҡ ял иткәндә, улар арыу-талыуҙы белмәй эшләй. Шул уҡ ваҡытта ғаиләләре лә әсә кешегә, хужабикәгә мохтаж. Мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәт итеүсе ҡатын-ҡыҙҙар маҡтауға лайыҡ – улар яҡшы белгестәр ҙә, ғәжәйеп әсәләр ҙә. Регина Ғиниәтуллинаның хеҙмәт эшмәкәрлеге һәм ғаилә тормошо быға дәлил.


Регина Риф ҡыҙы мәҙәниәт бүлегендә бына инде 12 йыл. Мәсәғүт педучилищеһын тамамлағандан һуң, һигеҙ йыл “Колосок” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында юғары белем ала. Уҡыу йылдарында уҡ Регина үҙенең талантлы булыуы менән айырылып тора – училищеның бөтә мәҙәни сараларында йырлай. Йыр-моңға ҡарата һөйөүе Регина Ғиниәтуллина өсөн мәҙәниәт бүлегенә балалар менән эшләү буйынса методист булып күскәндә хәл иткес фактор була. Бөгөн ул район Мәҙәниәт һарайында балалар секторын етәкләй. Район күләмендәге бер генә сара ла Регина Риф ҡыҙы ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Ул бейергә лә, йырларға ла оҫта, ҡумыҙҙа уйнай. Үткән йыл район Хакимиәтенең бейеү коллективы составында “Байыҡ” республика телевизион конкурсында гран-при ала. Ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, ул ҡул эштәренә лә өлгөрә: бәйләнә, түшелдеректәр әҙерләй, кейеҙҙән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн камзулдар тегә, уларҙы ҡайып биҙәй. Кейеҙҙе шулай уҡ үҙе баҫа.

Бөтә башланғыстарында ул ғаиләһенең – ире Ратмирҙың, ҡәйнәһе Мөъминәнең, ҡыҙҙары Римма, Гөлдәр һәм Розалинаның, улы Рәмилдең ярҙамын тоя. Ҡыҙҙарының барыһы ла бейей. Өлкән ҡыҙы Римма 2016 йылда Илнар Исмәғилев менән парлы бейеүҙә “Байыҡ” конкурсы гран-приһын яулай. Улы йырлай.

Һөйөклө ҡатын, дүрт бала әсәһе, ейәнсәренә йәш өләсәй, яуаплы хеҙмәткәр, талантлы артист – нәҡ ошондай ҡатын ҡыҙҙар маҡтауға лайыҡ.

Зөһрә ҒӘНИЕВА.