Хаҡлы ялда булыусы Гөлсинур Зәбихуллинаға ҡарап, уны трактор руле артында күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Ә бит ул һөнәрен нәҡ ошо “тимер ат” менән бәйләгән. Ләмәҙтамаҡ мәктәбен тамамлап, Гөлсинур Миңлебай ҡыҙы уҡыуын Яраҫтау училищеһында дауам итә. Бындай йүнәлеште һайлауға атаһы менән юлда йөрөгәндә алынған тәьҫораттар йоғонто яһай.
– Атайым Миңлебай Ғәниев Нуриманов исемендәге колхозда водитель булып эшләне. Ул һәр ваҡыт мине үҙе менән алыр булды. Атайым менән үткән юлдарҙың иҫәбе-хисабы юҡ. Йыш ҡына Өнкөрҙөлә, Сулеяла булырға тура килде. Юлда һәр ваҡыт һиҙгер йөрөнөм, сөнки атайым, йоҡлап кит-һәң, төшөрөп ҡалдырам, тип әйтә ине, – тип йылмая Гөлсинур апай.
Водитель таныҡлығы алғандан һуң Гөлсинур Ғәниева тыуған ауылына ҡайта һәм Нуриманов исемендәге колхозда хеҙмәт юлын башлай. Нәҡ шул саҡ колхозға яңы трактор алырға уйлайҙар. Йәш ҡыҙға ошо техниканы тәҡдим итәләр. Ҡыҙ, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайынса, риза була. Шулай итеп йәш тракторсы Гөлсинур Ғәниеваның хеҙмәт юлы башлана. Эш башлағанда мәктәптә трактор буйынса уҡытыусы Дамир Нуретдиновтан алған һабаҡтар ныҡ ярҙам итә.
Гөлсинур Ғәниеваға техника ҡатнашлығы кәрәк булған бөтә ерҙәрҙә эшләргә тура килә: иген сәсә, ашлыҡ ташый, мал аҙығы әҙерләй, һыу, фураж, урман ташый.
– Ямғырҙан һуң тауҙан төшөү бигерәк ҡурҡыныс ине, – тип хәтерләй Гөлсинур апай. – Ләкин мин бер ҡасан да эштән баш тартманым. Техника ватылһа, колхозда бергә эшләгән ағайҙар, егеттәр һәр ваҡыт ярҙамға килде.
“Тимер ат”ты йүгәнләүсе ҡыҙ тормош иптәшен дә ҡыйыуҙарҙан һайлай – ауылдың күренекле егете Мансур менән яҙмышын бәйләй. Уларҙың күркәм ғаиләһендә Илмир һәм Миләүшә донъяға килә. Бөгөн әсәһенең оло таянысы бул-ған балалары – улы менән ҡыҙы яҡшы эшләп йөрөйҙәр. Илмир – хоҡуҡ һаҡлау органында, Миләүшә – уҡытыусы. Гөлсинур апай-ҙың бер ейәне һәм ике ейәнсәре бар. Эргәһендә 90 йәшлек әсәһе Гөлйыһан әбей йәшәй. Нәҡ улар бөгөн элекке тракторсы, III дәрәжә Хеҙмәт даны ордены кавалеры, ике саҡырылыш район Советы депутаты, район Советы башҡарма комитеты ағзаһы Гөлсинур Зәбихуллинаның йәшәү мәғәнәһен тәшкил итә.