Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
5 Март 2018, 17:25

Ауылдарҙа шундай ҡатындар бар…

Һин – ҡатын-ҡыҙ, һиңә биргән көстө Ир-атҡа ла Хоҙай бирмәгән. Һин – ҡатын-ҡыҙ, һиңә биргән байлыҡ Таратһаң да кәмей белмәгән. Һин – ҡатын-ҡыҙ, һиңә генә Хоҙай Биргән изге әсә бәхетен. Һин – ҡатын-ҡыҙ, шуның өсөн лайыҡЯулар өсөн донъя тәхетен.

Был шиғыр юлдары миллионлаған ҡатын-ҡыҙҙарҙың яҙмышын сағылдыра. Беҙҙең ауылда ла ошондай маҡтап телгә алырлыҡ ҡатындар күп. Шуларҙың береһе – Анна Степановна Булатова. Ул күрше Буртаковка ауылында тыуған. Урындағы, аҙаҡтан Әләгәҙ мәктәбен тамамлап, 1954 йылда фермаға һауынсы булып эшкә төшә. 1955 йылда яҙмышын Анатолий Булатов менән бәйләй. Тиҙҙән “Мәсәғүт” совхозы етәкселеге йәш ғаиләне дүртенсе бүлеккә – Октябрьск ауылына йүнәлтә. Тәжрибә-производство хужалығында Анна Степановнаға төрлө эштәрҙә йөрөргә тура килә: мейес яға, иҙән йыуа, балалар баҡсаһында кер йыуа. Артабан хеҙмәт юлын фермала һауынсы, быҙау ҡараусы булып дауам итә. Шулай итеп хаҡлы ялға сығырға ла ваҡыт етә.

Ошо ваҡыт эсендә ул алты ҡыҙға һәм бер улға ғүмер бирә. Бөгөн уның балалары Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәй. Анна Степановна “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән, уның исеме ике тап-ҡыр райондың Почет таҡтаһына индерелгән, Киселевск ҡалаһына путевкаға лайыҡ булған, ә ауылда исеме маҡтау таҡтаһынан төш-мәне.

Анна Булатова – ҡул эштәренә оҫта, аралашыусан, төрлө темаға әңгәмә ҡора ала. Һикһән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул мәҙәни сараларға әүҙем йөрөй, йырлай, бейей, бала саҡ йылдарындағы шуҡлыҡтары, уйнаған уйындары тураһында ихлас һөйләй. “Бала саҡтар ауыр йылдарҙа үтһә лә, иң күңелле мәл булған”, – тип хәтерләй Анна Степановна.

Ауылыбыҙҙа ошондай иҫ киткес, позитив инәй булыуына ҡыуанабыҙ.

Земфира ИШТУҒАНОВА,

мәҙәни сараларҙы ойоштороусы, Октябрьск ауылы.