Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
5 Март 2018, 17:38

Алты тапҡыр бәхетле

Тормош мәшәҡәттәренә һылтанмайынса, балаларын үҫтереүҙе яуаплылыҡ менән башҡарған әсәләр маҡтауға лайыҡ. Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Эльвира Йыһаншина – шундайҙарҙың береһе. Ул – алты бала әсәһе.


Эльвира Фәйзук ҡыҙы тормош иптәше Булат һәм балалары менән.


– Ирем менән тормош ҡорғанда шул тиклем балабыҙ булыр тип уйламаған инек. Үҙ сабыйыңды ҡулға алғанда, ниндәй тойғолар кисергәнде һүҙҙәр менән генә әйтеп бирерлек түгел. Балаларыбыҙ – тормош йәме, йәшәү маҡсаты. Улар менән бер ҡасан да күңелһеҙ һәм тыныс булмай, шуға күрә тормошобоҙ төрлө ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға бай, – ти ул.

Эльвира – хәстәрле әсә, һөйөклө ҡатын, өй йәмен һәм ҡотон һаҡлаусы. Оҫта хужабика ғаиләһен тәмле аштары менән һыйларға ярата, йәйгеһен еләк-емеш йыйып, баҙ тултырып ҡайнатмалар әҙерләй, ҡышҡылыҡҡа төрлө әҙерләмәләр эшләй. Өфө статистика, информатика һәм иҫәп-хисап колледжын, аҙаҡтан Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын тыуған ерендә – Чкалов исемендәге колхозда бухгалтер булып башлай. Мәсетле юл ремонт-төҙөлөш идаралығында экономист, баш бухгалтер вазифаларын башҡара.

Ғаилә башлығы Булат ҡатыны һәм балалары етеш тормошта йәшәһен өсөн күп эшләй. Ул йөк ташыу менән шөғөлләнә. Үҙ техникаһы – ике “МАЗ” һәм МТЗ-88-е бар. Эше күплеккә ҡарамаҫтан, һәр саҡ ҡатынына ярҙам итергә әҙер.

Йыһаншиндар, балалар – иң ҙур бәхет, тип иҫәпләй. Уларҙың ишле балалар тәрбиәләү ҡыйыулығын дәүләт тә юғары баһалаған. 2017 йылда Эльвира Фәйзук ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнә. Иң өлкән улдары Азамат – Өфө яғыу-лыҡ-энергетика колледжының III курс студенты. Ул конкурстарҙа һәм ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша, “Белем һәм ижад” Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты, материаловедение буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының I дәрәжә дипломанты була. Айвар дүртенсе класта белем ала. Дәрестәр-ҙән һуң хужалыҡ буйынса ярҙам итә, бәләкәй туғандарын ҡараша. Ул яуаплы егет. Эльмир, Эльнар һәм Эмилия балалар баҡсаһына йөрөй. Иң бәләкәй Элдарға әле алты ай.

Йыһаншиндар ял көндәрен олатай-өләсәйҙәрендә үткәрергә ярата, ҡалаға сығып, паркта аттракциондарҙа йөрөйҙәр, кинотеатрға баралар. Йәйен улар күп итеп ҡаҙ, өйрәк һәм бройлер үҫтерә. Тағы ла күп балалы ғаилә өйҙәре тығыҙыраҡ тип, яңы йорт һала башлаған. Тиҙҙән улар ике ҡатлы өйгә сығырға планлаштыра.

Донъяны етеш алып барыу өсөн күп көс һалғанда ғына ғаиләнең иртәгәһе ныҡлы була. “Иң мөһиме – балалар ауырымаһын, беҙҙе уңыштары менән һөйөндөрөп торһон. Ә беҙ уларҙы лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләргә бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ”, – ти Эльвира Фәйзук ҡыҙы. Тормош иптәшенең ихтирамына, балаларына ҡарап, үҙен бәхетле ҡатын тип һанай ул.

Айгөл ШӘРӘПОВА.