Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
2 Март 2018, 13:37

Йыр-моң уның йөрәгендә һәм күңелендә

Лилиә Ғәйнетдинованы яҡындары изгелекле һәм ғәҙел кеше, тип иҫәпләй, ә коллегалары абсолют ишетеү һәләтенә эйә талантлы уҡытыусы, ти. Ул 33 йылдан ашыу Балалар сән-ғәт мәктәбендә тәрбиәләнеүселәрҙе музыка буйынса уҡыта.


Лилиә Ғәйнетдинова уҡыусыһы Айбулат Ғайнанов менән.



Лилиә Ғәйнетдинова Ҡариҙел ауылында тыуа һәм үҫә. Уның әсәһе, балаларымдың берәүһе генә булһа ла үҙ тормошон музыка менән бәйләһен ине, тип хыяллана. Шуға күрә кесе ҡыҙы әсәһенең ниәтен хуплап, бәләкәйҙән музыкаға ынтыла.

Дүртенсе кластан алып унынсыға тиклем Лилиә Г. Әлмөхәмәтов исемендәге музыка мәктәбе-интернатында уҡый. Унда скрипкала уйнай башлай, аҙаҡтан – аккордеонда. Белем алыуҙы Лилиә “Аккордеон” һәм “Халыҡ оркестры етәксеһе” клас-тары буйынса Салауат ҡалаһындағы музыка училищеһында дауам итә. Был ваҡытҡа инде ул халыҡ оркестрының бөтә инструменттарын үҙләштергән була.

Училищела талантлы ҡыҙ буласаҡ тормош иптәшен – Мәснәүине осрата. Улар өйләнешә һәм йүнәлтмә буйынса Мәсетле районына эшкә китә. Шул ваҡыттан алып улар Балалар сәнғәт мәктәбендә эшләй.

Тәүге эш көнөнә үк Лилиә Ғәйнетдинова өсөн төп бурыс балаларҙа музыкаға һөйөү тәрбиәләү була.

– Тыумыштан һәләтле балалар бик аҙ, – ти ул. – Шуға күрә беҙ улар-ҙың талантын һәм музыкаға ынтылышын үҫтерергә тейеш. Мин аккордеонда уйнау оҫталығы буйынса дәрестәр бирәм. Был бик ҡатмарлы һәм ауыр, ныҡышмалылыҡты һәм күп эшләүҙе талап иткән инструмент. Ләкин һуңына тиклем бара алғандар, үҙҙәренең нәҡ ошо музыка ҡоралын һайлағанына үкенмәй.

Бөгөн уның алты уҡыу-сыһы бар. Лилиә Ғәйнетдинованың тәрбиәләнеүселәре төрлө конкурстар-ҙа еңеүҙәр һәм призлы урындар яулай. Һуңғыларына 250-нән ашыу бәйгесе ҡатнашҡан Красноуфимск ҡалаһындағы төбәк-ара конкурсты индерергә була. Йыл да Балаҡатай ауылында үткән “Көмөш планка” конкурсында ҡатнашалар. Үткән йыл уның уҡыусыһы икенсе урын ала. Уҡыу-сыларының уңыштары остазды ла илһамландыра, яңы көс бирә.

Уҡытыусының үҙенең дә төрлө конкурстарҙа ҡатнашыуы уҡыусылары өсөн үрнәк булып тора. Яңыраҡ сығарылыш уҡыусыһы, хәҙер инде Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы һәм концертмейстеры Эльвира Ғарипова менән Свердловск өлкәһенең Араҡай ауылында үткән халыҡ инструменттарында уйнаусылар ара-һында “Уйнағыҙ, гармундар!” төбәк-ара конкурсында ҡатнаша һәм “Ансамбль” номинацияһында III дәрәжә дипломға эйә була.

Лилиә Ғәйнетдинованың музыкаға һөйөүе балаларына ла күскән. Өлкән һәм уртансы улдары Балалар сәнғәт мәктәбен тамамлаған, ә кесеһе Динар хатта ике бүлектә белем алырға өлгөрә.

Уҡытыу эшмәкәрлегенән тыш, ул “Бирюсинка” рус халыҡ йырҙары ансамбле, “Йәшлек” һәм “До-Ми-Солька” вокаль ансамблдәре аккомпаниаторы.

Үҫеп килеүсе быуынға эстетик белем биреүҙә күп йыллыҡ һәм һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн Баш-ҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, 2015 йылда уның исеме райондың Почет таҡтаһына индерелгән.

Коллегалары Лилиә Ғәйнетдинованың изгелеклелек һәм ярҙамсыллыҡ кеүек сифаттарын баһалай. Ул мәктәптең айырылғыһыҙ бер өлөшө, һөнәри оҫталығы, таланты менән ихлас уртаҡлаша.

Лилиә Александровна бөтә күңелен музыкаға арнаған һәм әлегә тиклем тормош һуҡмағынан уның менән бергә атлай.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.