Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
15 Февраль 2018, 17:29

“Ғүмер буйы Мәсетле райпоһында эшләйем…”

Бухгалтер профессияһы Вәлиә Мөхәмәтованың булмышына әйләнә, сөнки бына 35 йыл инде ул һайлаған һөнәре буйынса хеҙмәт итә.

Теләш урта мәктәбен тамамлағас нефть институтына уҡырға инергә теләй, тик тәүге консультация көнөндә үк ауыл мәктәбе уҡыу-сыһы өсөн ярайһы уҡ ҡатмарлы мәғлүмәт күләме, таныш булмаған терминдар уны ҡур-ҡыта. Физика һәм математиканан маҡтау грамоталары уға Өфө кооператив техникумына имтиханһыҙ уҡырға инергә ярҙам итә.

Вәлиә Мөхәмәтова хеҙмәт юлын Мәсетле район ҡулланыусылар йәмғиәтендә ревизор вазифаһында башлай. Оло Аҡа хужалыҡ иҫәп-хисабы сауҙа предприятиеһында (ХТП) экономист булып эшләй. Шунан, Тәкә ауылында йәшәгән ата-әсәһенә ярҙам итеү һәм терәк-таяныс булыу өсөн Ростов ХТП-һына күсә. Район универмагы, Ростов, Ләмәҙтамаҡ һәм Оло Ыҡтамаҡ сауҙа предприятиеларында өлкән бухгалтер була. 2007 йылда квалификациялы хеҙмәткәрҙе райпоға төп экономист итеп тәғәйенләйҙәр, әлеге көнгә ҡәҙәр ул ошо вазифала эшләүен дауам итә.

Остаздары Венера Вәлиева, Зилара Сафиуллина, Миңһылыу Ханова һәм Рафиға Сафиуллиналарҙы Вәлиә Ғәлимйән ҡыҙы айырым бер күңел йылылығы һәм рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә ала. Был ҡатындар уға һайлаған һөнәренең бөтә нескәлектәрен һәм хикмәттәрен үҙләштерергә ярҙам итә, тәжрибәләре менән теләп уртаҡлаша.

35 йыл эсендә бухгалтер иҫәбендә байтаҡ үҙгәрештәр була. Элек бөтә документация – тик ҡағыҙ сығанаҡтарҙа ғына, бөтә иҫәп-хисап ҡулдан алып барыла, ағас счеттарҙа һәм электрон хисап машиналарында иҫәпләйҙәр. 1996 йылдан компьютерлаштырыу башлана һәм ул бухгалтерия эшмәкәрлегендә ҙур алға китеш була. Ваҡыт менән бергә атлау өсөн Вәлиә Мөхәмәтова яңынан-яңы талаптарҙы иғтибар менән күҙәтеп бара.

“Ғүмерем буйы Мәсетле райпоһында эшләйем, һөнәремә күнектем һәм яраттым. Эшем бик ҡыҙыҡлы һәм, тәү сиратта, бер урында ултырып эшләүҙе һәм иғтибар талап итә, ялҡаулыҡ һәм тарҡаулыҡ менән килешмәй, – ти Вәлиә Ғәлимйән ҡыҙы. – Ғүмеремде һандар һәм осһоҙ-ҡырыйһыҙ отчеттар менән бәйләгәнемә бер ҡасан да үкенгәнем булманы”.

Райпо йөҙҙән ашыу магазинды берләштергән эре предприятие булған йылдарҙы ул айырым бер йылылыҡ менән иҫкә ала. “Коллектив ҙур һәм татыу ине. Һәр кемебеҙ өсөн эш беренсе урында, ышанысҡа, үҙ-ара аңлау-ға һәм бер-береңә ярҙам итеүгә ҡоролған тыуған йортобоҙ булды. Беҙ барыбыҙ ҙа йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, районда үткәрелгән сараларға концерт номерҙары әҙерләй торғайныҡ”, – ти В. Ғ. Мөхәмәтова.

Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Баш-ҡортостан ҡулланыусылар союзының маҡтау грамотаһы, “Рәсәй ҡулланыусылар кооперацияһындағы намыҫлы хеҙмәте өсөн” күкрәккә тағыла торған билдәһе менән бүләкләнгән, “РФ ҡулланыусылар кооперацияһы ветераны” исеме бирелгән.

Вәлиә Ғәлимйән ҡыҙы ике улына хәстәрлекле әсә, өйөндә бына тигән хужабикә: сәскәләр үҫтерергә, бәлештәр бешерергә ярата.

Айгөл ШӘРӘПОВА.