Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
25 Ғинуар 2018, 17:37

Бәхетле ҡартлыҡҡа хаҡлы

Хеҙмәт төбө – хөрмәт. Был тәрән мәғәнәле мәҡәл – иң ябай кеше, шул уҡ ваҡытта бик ҙур ихтыяр көсөнә эйә ғәҙәти булмаған ҡатын тураһындағы мәҡәләмә инеш һүҙ. Тап шундай кешеләр үҙҙәренең намыҫлы хеҙмәте менән, бурыстарын выждандары ҡушыуы буйынса үтәп Тыуған илебеҙҙе бөйөк иткән.

Коллективлаштырыу – ауыл хужалығын социалистик үҙгәртеп ҡороу замандары беҙҙән алыҫлашҡандан-алыҫлаша бара. Ҡайһы бер буш торған ферма биналарына ҡарап, унда ҡасандыр эш ҡайнап торғанын инде күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Ҡотош һөтсөлөк фермаһы ауыл ситендә урынлашҡан һәм төп урамдан уҡ күренеп тора. Ида Әһлетдиноваға ул үҙенең данлы эш көндәрен көн һайын хәтерләтә. Был ауыр крәҫтиән эшенә күпме йоҡоһоҙ төндәр, күпме көс түгелгәнен ул үҙе генә белә.

Ида Абдрахман ҡыҙы күрше Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағандан һуң башҡа комсомолецтар менән бер рәттән ул да ауылды күтәрер өсөн тыуған ерендә ҡала. Хеҙмәт юлын сусҡа ҡараусы булып башлай, ике йылдан тағы ла ауырыраҡ эшкә күсә – йәш һауынсылар сафын тулыландыра. Тынғыһыҙ эштә, ал-ял белмәй, 40 йылдан ашыу хеҙмәт итә. Ул йылдарҙа колхоз фермаларында һыйырҙар меңәрләгәне менән аҫрала. Колхозсы ҡатын-ҡыҙҙар 25-әр һыйырҙы ҡул менән һауа, ә эш автоматлаштырылғас, һауынсыларға 50-шәр һыйыр беркетәләр.

– Автоматлаштырылған һауыуға күсеү менән эш еңеләй- ҙе, һауылған һөттөң төрөпкәләр буйлап китеүен ҡарап тороуы күңелле була торғайны, – тип иҫенә төшөрә Ида апай. – Беҙ гел планды үтәргә тырыштыҡ, шуға күрә үҙ һыйырҙарыбыҙҙы сит ҡулдарға бирмәнек, шулай итеп 40-ар йыл ялһыҙ-отпускыһыҙ эшләнек. Беҙҙе, райондың алдынғы һауынсыларын, Һиндостанға экскурсияға алып барған ваҡытта бары бер тапҡыр ял итергә тура килде. Унда бер айға яҡын булдыҡ. Октябрь айы ине. 24 ҡатлы ҡунаҡханаларҙа йәшәнек, ил буйлап сәйәхәт иттек, күп нәмәләр күр-ҙек. Фильмдарҙа күрһәткәнсә, унда барыһы ла яҡшы түгел ине. Автобустан төшөү менән беҙҙе ҡулдары һонолған ярлылар ҡаршы алды. Беҙҙе был хаҡта алдан иҫкәрткәйнеләр, шуға күрә үҙебеҙ менән сохариҙар алғайныҡ, шуларҙы таратып бирҙек улар-ға. Күптәре тик сепрәк-сапраҡ менән генә ҡапланып, ағас күләгәһендә ята ине. Уларға ҡарап йөрәк әрнене. Шулай ҙа ул сәфәрҙән беҙ байтаҡ күңелле тәь-ҫораттар алып ҡайттыҡ.

Ҡайтыу менән ғәҙәти эш көндәре дауам итә. Һауынсылар һыйырҙарҙы көнөнә 3-әр тапҡыр һауа. Иртәләрен 4-тән тороп эшкә йүгерә. Ярай әле күршеләре һәм туғандары, хәлдәрен аңлап, балаларын мәктәпкә ебәреп торған. Йорт эштәрен төндәрен башҡарырға тура килгән уларға.

– Үҙебеҙҙең шәхси хужалыҡта ла беҙ мал-тыуар аҫраныҡ. Үҙ һыйырҙарымды төндә һауып, һөттө сепаратор аша үткәрәм. Икмәкте улдарым үҙҙәре бешереп ала, мин әҙер ҡамыр- ҙы тимергә һалып, эшкә китәм. Беҙгә йыл һайын шифаханаларға путевкалар тәҡдим итәләр ине, тик эш арҡаһында бер тапҡыр ҙа курорттарға барманым. Әммә, нисек кенә булмаһын, беҙ эшләргә лә, бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөргә лә өлгөрҙөк, – ти Нуриманов исемендәге колхоздың алдынғы һауынсыһы Ида Әһлетдинова.

Эшендәге юғары күрһәткестәре һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Ида Әһлетдинова СССР-ҙың Хеҙмәт даны ордены менән бүләкләнгән. Ул – коммунистик хеҙмәт ударнигы, хеҙмәт ветераны, 9-10-сы һәм 12-се биш йыллыҡтар ударнигы, 1975, 1978 йылдарҙағы социалистик ярыш еңеүсеһе. Биш ул әсәһе “Әсәлек даны” миҙалы менән наградлан-ған.

2018 йыл Әһлетдиновтар өсөн – юбилейлы. Ида апай менән Миндиәр ағай 50 йыл элек сәстәрен сәскә бәйләгән. Ғаилә башлығы ла үҙен колхозға бағышлаған, водитель булып эшләгән. Хеҙмәт уңыштары менән тулы йылдар артта ҡалған. Бөгөн улар 9 ейән-ейәнсәрҙәренең, бихисап бүләләренең уңыштарына һөйөнөп йәшәй. Шунда түгелме ни бәхет?! Тик һаулыҡ ҡына булһын.

Зөһрә ҒӘНИЕВА.