Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
9 Ғинуар 2018, 17:39

Мөхәрәмовтарҙың эшсән ғаиләһе

Эшһеҙ ултырырға күнекмәгән кешегә эше һәр ваҡыт табылып тора. Ләмәҙтамаҡ ауылынан Мөхәрәмовтар ғаиләһе быны тағы бер ҡат раҫлай.

Айрат ғалим-агроном һөнәрен Башҡорт дәүләт аграр университетында үҙләштерә. Ауылына ҡайтҡас, атаһына фермерлыҡ эшендә ярҙам итә. 2010 йылда эшһөйәр егет үҙ көсөн һынап ҡарарға булып, үҫемлекселек йүнәлеше менән крәҫтиән (фермер) хужалығы асып ебәрә.

Хужалыҡ милкендә 100 га самаһы ер, уларҙың 70 гектары – күп йыллыҡ үләндәр. Шулай уҡ эш өсөн КФХ башлығы комбайн, тракторҙар һәм йөк машинаһы һатып алған.

2017 йылда Айрат Мөхәрәмовтың хужалығы тарафынан 300 рулон бесән һәм 30 т һоло әҙерләнгән.

Ғаилә башлығы ауыл хужалығы менән генә сикләнмәгән. 2015 йылда ремонт оҫтаханаһы һәм шиномонтажы эшләй башлаған.

– Оҫтахана хеҙмәттәренә нигеҙҙә алыҫ рейстарға йөрөгән водителдәр мөрәжәғәт итә, – ти Айрат. – Юлда машиналары ватылған ябай кешеләр ҙә кергеләй.

Бер йыл элек оҫтахананан алыҫ түгел ҡатыны кафе асҡан. Лена персонал менән идара итеү менеджменты йүнәлеше буйынса Урал социаль-иҡтисад институтын тамамлаған. Бер нисә йыл Мәсәғүт һәм Оло Ыҡтамаҡ ауылдарында төрлө урындарҙа эшләгән.

– Ирем гел йәнәш эшләргә теләне, – ти Лена. – Шуға, әгәр, шәхси эшҡыуарлыҡ асыу инициативаһы уныҡы, тип әйтһәм, дөрөҫөрәк булыр. Бина ла буш тора ине. Тәүәкәлләп ремонтлап алырға булдыҡ.

Ҡайһы бер инстанцияларҙа булып, бөтә ҡағыҙҙарҙы ла әҙерләп бөткәндән һуң кафе асалар. Бер йыл эсендә уның үҙ даими клиенттары барлыҡҡа килә. Дөйөм туҡланыу йортоноң фирмалы блюдоһы – үҙҙәре әҙерләгән билмән. Уларҙы Айраттың әсәһе Асия Разай ҡыҙы эшләй. Билмән әҙерләү өсөн итте урындағы фермерҙарҙан һатып алалар.

Мөхәрәмовтарҙың эшмәкәрлеге – эшһөйәрлек һәм йүнселлектең бик яҡшы миҫалы.

– Һөҙөмтәләр тураһында һөйләү өсөн бер йыл – аҙ ваҡыт, әлбиттә, шулай ҙа ул ыңғай булыр, тип өмөтләнәбеҙ. Ҙур пландар ҡормайбыҙ, иң мөһиме – эшебеҙҙе дауам итеү. Хеҙмәт булғанда, ғаиләлә аҡса ла буласаҡ, – ти Лена.

Крәҫтиән (фермер) хужалығына килгәндә, Айрат Мөхәрәмов малсылыҡ эшмәкәрлеген үҫтерергә ниәтләй.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.