Механизатор Дамир Ғәзиҙуллин – Абдулла егете. “Аҡтау” ауыл хужалығы предприятиеһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә ул 10 йылдан ашыу хеҙмәт итә.
Ошо йылдар эсендә үҙен яуаплы һәм эшһөйәр хеҙмәткәр итеп күр-һәткән. Хеҙмәте менән коллегалары һәм ауылдаштарының хөрмәтен ҡаҙанған.
– Дамир Ринат улы – баһалы хеҙмәткәр, – ти “Аҡтау” ЯСЙ-һы директоры Илдар Ниғәмәтйәнов. – Арымай-талмай эшләүе менән беҙҙең хужалыҡты үҫтереүгә һиҙелерлек өлөш индерә. Ул ирешкән юғары күр-һәткестәр – дисциплина ғына түгел, тыуған ауылға һөйөү һөҙөмтәһе лә.
Дамир Ғәзиҙуллин яҙын Т-150 һәм К-70 тракторҙарында, йәйен – үҙйөрөшлө “Кейс” сапҡысында эшләй. Быйыл уның тарафынан 3000 га үлән, иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары сабылған.
Үҙенә беркетелгән техникаға һаҡсыл ҡарашы уның тағы ла бер ыңғай һыҙаты булып тора. Йылдан-йыл оҫталығын арттыра, коллегаларына һүҙе менән дә, эше менән дә ярҙам итә.
Эшсәнлеге һәм үҙ эшенә бирелгәнлеге һөҙөмтәһендә Мәсетле районы Хакимиәтенең һәм республика Ауыл хужалығы министрлығының бихисап маҡтау грамоталарына лайыҡ булды. Әлеге йыл йомғаҡтары буйынса урғыс машинист-операторҙары араһында беренсе урын алды. Унан тыш, Дамир Ғәзиҙуллин – үҙйөрөшлө машиналарҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса иң яҡшы операторҙары тиҫтәһендә.
Уның өлгөлө ғаилә башлығы булыуын әйтеп үтмәү ҙә мөмкин түгел. Абдулла ауылында үҙ ҡулдары менән өй һалған, ҡатыны менән ике бала тәрбиәләйҙәр. Улар балаларын үҙ иленең лайыҡлы граждандары итеп үҫтерергә ынтыла.